Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡта Нахимов урамы йүнәтелә

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") сиктәрендә Стәрлетамаҡта Нахимов урамын йүнәтеү эштәре бара. Был хаҡта Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтененән хәбәр итәләр. Эштәр яҡынса 0,7 километр оҙонлоҡтағы урам участкаһында алып барыла. Подряд ойошмаһы әле тигеҙләү ҡатламын һалыу буйынса эштәр башҡара. Сиратта асфальт түшәү һәм термопластиктан билдәләр ҡуйыу. Нахимов урамын ремонтлауға бөтәһе 18,4 миллион һум йүнәлтергә планлаштыралар. – Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса социаль әһәмиәтле объекттарға алып барған юлдарға айырым иғтибар бүләбеҙ. Стәрлетамаҡта Нахимов урамында онкология үҙәге һәм балалар поликлиникаһы урынлашҡан, шуға күрә хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Уның һүҙҙәренсә, Нахимов урамындағы бөтә эштәрҙе 2024 йылдың авгусында тамамлау күҙаллана. "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты Рәсәй Транспорт министрлығы тарафынан "2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында" Президент Владимир Путиндың май указы положениеларын үтәү өсөн әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде тиерлек үҙ эсенә ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.