– Рәсәй төбәктәре тураһында ҡыҙыҡлы программалар бик күп. Төрлө аудиторияларға тәғәйенләнгән иҫтәлекле тәбиғәт һәм мәҙәни урындар тураһында белеү мөмкинлеге менән үҙенсәлекле беҙҙең проект, - ти VK Места проекты продюсеры Илья Степанищев . – Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә , 4-5 көндә бөтә төбәкте йөрөп сығырға һәм кешеләрҙең иң сағыу шөғөлдәрен сғылдырырға өлгөрәбеҙ. Денис Ваһапов шәхесен күрһәтергә теләнек. Ул көс спорты буйынса күнекмәләр үткәрҙе. Проект командаһы көнө буйы Өфөлә булып, күнекмәнән башҡа баш ҡаланың бер ресторандарында кулинар оҫталыҡ кластарында ла ҡатнашырға өлгөрҙө. Ҡатнашыусылар республикаға 2 августа килһә, башҡа көндәрҙә ҡунаҡтар “Терра” этнопаркында булды, Торатауға күтәрелде, уның итәгендәге солоҡ умарталығы, Воскренсенк заводы, Киндерле мәмерйәһе, “Шүлгәнташ “ заповеднигы, Нөгөш һыуһаҡлағысы менән танышты. Был проект өҫтөндә бер юлы төрлө төбәктәрҙә бер нисә производство командаһы эшләй. Рәсәйҙең 58 төбәгендә проектты төшөрөү тамамланған, 2024 йыл аҙағына тиклем тағы ла 70 имидж видеороликтары сығарыласаҡ. Уларҙың бер өлөшөн VK Места төркөмөндә ҡарарға мөмкин. Башҡортостан тураһында видеоролик был көҙөн күрһәтеләсәк. Проект продюсеры Илья Башҡортостанда беренсе тапҡыр. -Айырыуса тәбиғәте оҡшаны. Киндерле мәмерйәһенән ҙур тәьҫораттар алдым. Республика ауылдарында халыҡтың ҡунаҡсыллығын тойҙоҡ. Өфөлә Арткластерҙар, Арт – квадрат үҫеүен күреп шатландыҡ. Бындай урындар һәр ҡалала булһа ине. Сығанаҡ: “Республика Башкортостан” гәзите.Фото: Александр Данилов.