Ошо көндәрҙә Яңауыл районының Байғужа ауылы халҡы иҫтәлекле һәм ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе: ауылға Алабуға ҡалаһынан һатып алынған "Беларус МТЗ 82.1" тракторын алып ҡайттылар. Был техника – ауыл халҡының берҙәмлегенең, тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһе, сөнки улар уны “Айыҡ ауыл” республика конкурсында 3-сө урын яулап, бүләк булараҡ бирелгән 2,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа һатып алған. Байғужа халҡының шатлығының сиге юҡ, сөнки яңы трактор ауыл биләмәһендәге бихисап мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итәсәк. Бүләк-техникаға Финат Хәйҙәршин идара итәсәк. Ауылдаштары уны яуаплы, тырыш, ышаныслы кеше булараҡ белә һәм хөрмәт итә. – Хәҙер инде ҡышыш юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү эштәре, өмәләр үткәреү күпкә еңел буласаҡ. Бындай техника беҙгә күптән кәрәк ине. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, берҙәм көс менән еңеү яулауыбыҙ, хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итте, - ти Байғужа ауыл хакимиәте башлығы Зөфәр Йәсәүи улы Вәлиев. Фотолар: Байғужа ауылы хакимиәте сайтынан.