Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ташҡындар кире ҡайта

Ямғырҙың туҡтамай яуыуы арҡаһында килеп сыҡҡан ташҡын менән бәйле көнүҙәк мәғлүмәт менән уртаҡлашыуҙы дауам итәбеҙ. Республиканың һыуһаҡлағыстарында һәм йылғаларында һыу кимәленең яйлап түбәнәйеүе күҙәтелә. Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле әҙерәк түбәнәйгән урындар: Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылында - 36 сантиметрға; Мәләүез ҡалаһы янында - 34 сантиметрға; Өфөләге Дуҫлыҡ Монументы тапҡырында - 29 сантиметрға; Республика һыуһаҡлағыстарына мониторинг дауам итә. Үкенескә ҡаршы, тип әйтәйекме, киләһе аҙнала ла беҙҙе ямғырлы көндәр көтә. Башҡортостан гидрометеоүҙәге күҙаллауҙарынан күренеүенсә, аҙна дауамында ямғыр яуасаҡ. Көндөҙгө һауа температураһы +18...+21 градус, төндәгеһе +11...+13 градус. Шәмбегә ( 17 авгусҡа) ҡарай бер аҙ аяҙытыуы ихтимал, ти, синоптиктар. Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты.