Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иртәнсәк торғас та уҡыла торган доға

Мосолман иртән уянғас, түшәгенән بِسْمِ اللهِ الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим”, тип торорға тейеш. Унан һуң, ошо доға уҡыла: الْحَمْدُ لِلَّهِ الَّذِى أَحْيَانَا بَعْدَ مَآ أَمَاتَنَا وَإِلَيْهِ الْبَعْثُ وَالنُّشُورُ “Әл-хәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәгъдә мәә әмәәтәнәә вә иләйһил-бәғъсү вән-нүшүүр” (беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндән һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғалыр). Был доғаны белмәгәндәргә: "Һаулыҡ һәм сәләмәтлек менән тағын бер көнгә кереткән Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерҙәр һәм гүзәллектәр бирһен", — тип тә доға ҡылырға мөмкин. Хәйерле иртә һәммәгеҙгә! Сығанаҡ: "Ислам вә иман" китабынан. api.rbsmi.ru