Балаларҙың, шулай уҡ өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлеге ныҡ булһын өсөн уларҙың туҡланыуына ла етди иғтибар бүлергә кәрәк. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш диетологы, Федераль тикшеренеү аҙыҡ-түлек, биотехнологиялар һәм хәүефһеҙлек үҙәге ғилми етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Виктор Тутельян әлеге ваҡытта ниндәй еләк-емешкә һәм йәшелсәгә өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә. Виктор Тутельян экзотик түгел, һәр кем һатып алырлыҡ, миҙгел еләк-емеш һәм йәшелсәһен күберәк ҡулланыу кәрәклеген билдәләгән. “Үҙебеҙҙә үҫкән алманың витаминдар йәһәтенән күпкә яҡшыраҡ булыуын онотмайыҡ. Улар бигерәк әле организмға кәрәкле С витамины сығанағы ла”, – тип белдерә диетолог. Ул шулай уҡ үҙебеҙҙә үҫкән емеш-еләккә, йәшелсәгә күберәк иғтибар бүлергә ҡушҡан. “Шул уҡ кәбеҫтәне һәр кем һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Ул, күп кенә салат һәм башҡа үҫемлектәр менән сағыштырғанда, файҙалыраҡ”, – ти ул. Диетолог сәләмәт туҡланыуҙың өс компонентҡа – кешенең финанс мөмкинлектәренә, магазиндарҙағы аҙыҡ
