Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баймаҡтар ҙа “Атайсал”ға дәррәү ҡушылған

2021 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы башланғыс алған проекттың киң танылыу алыуына берәү ҙә шикләнмәгәндер. Ысынлап та бөгөн был проект күптәрҙе берләштерҙе, тыуған еренә һәм атайсалына ҡарата иғтибарлы булырға саҡырҙы, ҡайтанан үҙ еренең ул һәм ҡыҙҙарын ата нигеҙенә, тәүге тәпәй баҫҡан, ҡанат нығытҡан ауылдарына алып ҡайтты. “Атайсал” проектында ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең күбеһе тап кесе Ватанына ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Баймаҡ районынан тәүгеләрҙән был проектҡа танылған эшҡыуар, меценат Илсур Нәбиуллин ҡушылды. Бөгөн уның иҫәбендә 41 проект тормошҡа ашырылған. Республикала уны мәсет төҙөүсе Һәм мохтаждарға ярҙам итеүсе “Атайсал” проекты ҡатнашыусыһы булараҡ яҡшы беләләр. Бала сағы еңелдән булмай Баймаҡ районы Бетерә ауылында йәшәгән Фәриҙә Назарғолова 30 йыл элек ҡыҙы һәм кейәүе фажиғәле һәләк булғандан һуң ике ейәне менән тороп ҡала. Тимурға - ун йәш, Илсурға ни бары биш йәш була. Ҡатын етемдәргә бөтә һөйөүен һәм көсөн һалырға тырыша. Балалар, өләсәһенең һүҙҙәре эш менән тап килеүен күҙәтеп үҫә, ул хыялланыуҙан һәм хыялдарын тормошҡа ашырыуҙан ҡурҡмай, һәм яйлап үҙ-үҙенә шундай тәртипкә өйрәнә. 2006 йылда ағаһы Тимур Себерҙә вахта ысулы менән эшләп тәүге машинаһын һатып ала. Был ваҡытта Илсур Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының 4-се курсында уҡый. Өләсәләре ауырып киткәс, бәләкәй ейәнен янына саҡырып ала һәм үҙенең көсө менән йыйған 150 мең һум аҡсаны уның ҡулына тапшыра. Өләсәһе был аҡсаны пенсияһын һалып һәм һөт ризыҡтарын һатып йыйып барған була. Ул Илсурҙың үҙенә яңы машина һатып алыуын теләй. Ярты йылдан һуң егеттәрҙең өләсәһе вафат була. Илсурға был ваҡытта 21 йәш тула. Өләсәһенең үҙ көсө менән йыйған аҡсаһын нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында уйлана башлай. Машина һатып алып, кеше ташырға, таксиҙа эшләргә тигән дә уй ҙа була, әммә был теләк нисектер егеттең күңеленә ятмай. Эшҡыуарлыҡ буйынса алған белеме лә ярап ҡала, һәм Илсур Нәбиуллин ағаһы менән кәңәшләшеп, 138 мең һумға ағас ҡырҡыу станогы һатып ала, ҡалған 12 мең һумға бензобысҡы алып ҡайта. Эшҡыуарлыҡ еңел башланмай Ағас ҡырҡыу станогын ауылға алып ҡайтҡас та, тәүге ҡаршылыҡҡа осрай егеттәр. Күршеләре уның пландары хаҡында ишетеп, мәктәп эргәһендә шау–шыу ярамай, тип көслө тауыш, саң буласағына зарлана башлай. Ағаһы пилораманы ауыл ситендә ҡуйырға кәңәш итә. Шулай эшләйҙәр ҙә. Материалдар юҡ, уны алырға аҡсалары етмәй. Ағасты диләнкәнән алып ҡайтырҡа урман арбаһына ғына 5600 һум аҡса һорайҙар. Илсур Сибайҙа һаҡлыҡ банкында бер аҙ аҡсаһы барлығын иҫенә төшөрөп, тиҙ арала ҡалаға барып кәрәкле сумманы алып ҡайта. Тәүге бүрәнәләр һатып ала, ярҙамға бала саҡ дуҫын саҡыра. Таҡта үткәреүен үткәрәләр, әммә нисек һатырға белмәйҙәр. Йәйгеһен таҡталарҙы киптерергә кәрәклеген әйтеүсе булмағас, улар дөрөҫ һаҡламау арҡаһында тиҙ ҡарая. Әлбиттә, был материалдарҙы бер кем дә һатып алырға теләмәй. Бәләкәйҙән ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, ҡуйған маҡсатына ирешергә теләгән Илсур бирешмәҫкә, түҙергә тырыша. Эштәренән килем инмәй, ә сығымдар көндән–көн күбәйә бара. Көндәрҙең береһендә мунсалыҡ таҡта эҙләп бер мулла килә, ташлама һорай, 12 меңгә материалдар һатып ала. Шул саҡта мулла пилорама нигеҙенә доға уҡыны, тип хәтерләй Илсур Нәбиуллин. Ағай-эне дуҫ булһа... Бөтә булған аҡсаһына йәш егет ике урман арбаһы һатып ала. Хәҙер ул барыһын да ҡағиҙәләр буйынса эшләй. Параллель рәүештә юғары уҡыу йортон тамамлай, сессияларҙы тапшыра. Клиенттар килә, эштәр арта һәм Илсур ағаһынан ярҙам һорай. Тимур ағаһы ла ҡустыһының эшен ҡеүәтләп, ярҙам итәсәген белдерә. Ике ағай–эне эш бурыстарын билдәләй: өлкән ағаһы–ташыу, кесеһе ҡырҡыу һәм һатыу өсөн яуаплы була. Бөтә аҡса техниканы ҡуртымға алыуға китә. Трактор талап ителә. – 447 мең һумдың 400 мең һумын йыйҙыҡ: клиенттарҙан алдан түләүҙе һораныҡ, дуҫтарыбыҙҙан һәм күршеләребеҙҙән үтескә алып торҙоҡ. Өфөлә трактор һатып алырға белешеп бөттөк. Әммә тәүҙә диплом тапшырыу тантанаһына барырға кәрәк ине. Сараларҙан һуң ул саҡтағы Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов үҙенә саҡырып алып, студент саҡтағы әүҙемлегем өсөн премия әҙерләнеүен әйтте. Нимәгә тотонасаҡмын, тип һораны. Мин, трактор һатып алғанға күрә, солярка кәрәклеген әйттем. Конвертты алып, рәхмәт әйтеп, ағайымдың машинаһына ултырып, конвертты асһам – унда тап етмәгән сумма. Ошо мәлдә мин дөрөҫ юлда булыуыма инандым, сөнки яҙмыш этәргес бирҙе. Беҙ шатланып Өфөгә барҙыҡ һәм тракторҙы үҙаллы ауылға килтерҙек, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашҡан ине үҙенең бер әңгәмәһендә Илсур Ғәйнетдин улы. 2007 йылда ағалы-ҡустылы тәүге килемдәренә күрше Түбә ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнгән сабыйҙарға бүләктәр алырға ҡарар итә. Бер кемде лә иҫкәртмәйҙәр, беренсе осраған тәрбиәсегә күстәнәс һәм уйынсыҡтар биреп китәләр. Икенсе тапҡыр уларҙы туҡтаталар һәм, кем икәнен әйтмәһәләр, бер нәмә лә алмаясаҡтарын әйтәләр. Һөйләргә тура килә. Һуңынан улар учреждениены шефлыҡҡа ала. Эштәр көйләнә, тик талисман ғына үҙ урынында Бөгөн пилорама шул уҡ урында тора. 15 йыл эсендә бик күп яңы ҡиммәтле техника алынған, әммә тәүге станок һаман да сафта. Илсурға уны һатырға йәки алып ташларға тәҡдим итәләр, ул йылмайып, был – талисман, тип яуаплай. Ағалы-ҡустылы тәрән эшкәртеү цехын, евровагонка, плинтус етештереү цехын аса, үҙ материалдарынан йорттар төҙөй башлай. Аукцион аша ер бүлемдәре һатып алалар. - Экскаваторҙарҙы һәм манипуляторҙарҙы ҙур төҙөлөшкә ҡуртымға бирәбеҙ. Бер йыл элек дуҫым менән “Риадент” стоматология үҙәгенең филиалын астыҡ, мин инвестор булып сығыш яһаным, тәүге емештәре бар. Төрлө өлкәләрҙә эшләйбеҙ, әммә ағас ҡырҡыу – беҙҙең төп йүнәлеш. Күптән түгел дәүләт оборона заказына сыҡтыҡ. Рәсәй оборона Министрлығы өсөн снарядтар һәм патрондар өсөн йәшниктәр эшләйбеҙ. 100-ҙән ашыу кешене эш менән тәьмин итәбеҙ, – ти Илсур. Бетерәләге “ҒәйФәрГүзәл” мәсете ауылға иман тарата Нәбиуллиндар тыуған ауылында беренсе мәсет төҙөй. Аллаһ йортона исемде ата–әсәһенең һәм өләсәһенең исемдәрен берләштереп уйлап сығаралар. Ғәйнетдин, Гүзәл һәм Фәриҙәнән “ҒәйФәрГүзәл” тигән исем килеп сыға, урындағы халыҡ был идеяны хуплай. Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Илсур Нәбиуллин “Атайсал” проектында иң күп изге эштәре һәм ғәмәлдәре менән ҡатнашҡан эшҡыуарҙарҙың береһе. Тырыш егет параллель рәүештә 40-тан ашыу проектты алып барырға ла өлгөрә. Мәләүез районының Воскресенское ауылына етем балаларға машина тапшырған, мәсеттәр төҙөргә һәм ремонтларға ярҙам итә, район һәм республика конкурстарын финанслай һәм башҡа бик күп нәмәләр эшләй. Йәйгеһен ауылдаштары өсөн ял ойоштора: ике автобуста һәм алты еңел автомобилдә уларҙы Талҡаҫ күленә алып сыға. Сәфәрҙә сабыйҙарҙан алып 80 йәшкә тиклемге ауыл халҡы ҡатнашҡан. Музыкант Зәйнетдин менән “Яңы йыл операцияһы” хәйриә акцияһы ойоштора, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, “Йәшлек-шоу”, “Наҙлы бала саҡ” проектының бағыусыһы булып тора. Йәмәғәт эштәрендә һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн Илсур Нәбиуллин республика Башлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, Салауат орденына лайыҡ була. Тәүге Урман һабантуйын Нәбиуллиндар үткәрә Башҡортостанда тәүге Урман һабантуйын да ағалы–ҡустылы Нәбиуллиндар үҙҙәренең ауылы Бетерә янында үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән йыл Тимур Нәбиуллин вафат була, шуға күрә ағаһының үлемен ауыр кисергән Илсур һабантуйҙы кисектереп тора. Быйыл матур башланғыс йәнә дауам ителеп, үткән ял көндәрендә, июнь аҙағында Баймаҡ районының йәмле Граф күлендә Урман һабантуйы гөрләп үтә. Әйткәндәй, Илсур Нәбиуллиндың "Урман һабантуйы" республика фестивале Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ була. Билдәле эшҡыуар, меценат Илсур Ғәйнетдин улы әйтеүенсә, республикала элек–электән ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн традицион һабантуйҙар үткәрелеп килә, ә урман тармағында эшләгәндәр үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә алмай ине. Шуға күрә был проект республика кимәленә сыҡты һәм бик ҡыҙыҡлы тип танылды. Унда ат сабышы урынына, тракторҙар ярыша, көрәш урынына урмансылар үҙ осталығын күрһәтә: ағас йыға, ағастан төрлө һындар яһай. —Быйыл “Урман һабантуйы” Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо, 3 миллион һумлыҡ грант оттоҡ. Шулай уҡ Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса, һабантуйҙа еңгән урмансыларҙы “Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы эшмәкәре” исеменә тәҡдим итәсәкбеҙ, был да урмансыларҙың эшен баһалауҙа оло ваҡиға булып тора,–ти байрам хужаһы Илсур Нәбиуллин. Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашыуы үҙе үк сараның мәртәбәһен арттырҙы. Шулай уҡ сараны йәмләп Башҡортостан сәнғәте йондоҙҙары–БР халыҡ артисы Азамат Тимеров, Заһир Иҫәнсурин, БР атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдинов (Зәйнетдин), төрлө йыр конкурстары еңеүсеһе, өмөтлө йәш йырсы Әлиә Исҡужиналар сығыш яһаны. Яугир әсәләре лә, инвалид бала ҡарағандар ҙа ял итә Ағаһы менән Дубайҙа иткәндә, Илсур Нәбиуллиндың донъя гиҙергә, ял итергә мөмкинлектәре барын, ә кемдәрҙең, бигерәк тә ауылда йәшәгән һәм балалар тәрбиәләгән әсәләрҙең бындай мөмкинселеге булмауы хаҡында уйлана һәм ағаһы менән уртаҡ фекергә килеп социаль селтәрҙәрҙә улар өсөн бер нисә юллама уйнатырға була. “Кешеләр: "яҡшылыҡ эшлә һәм һөйләмә", - ти. Беҙ тәүге 10 йылда шулай эшләнек тә инде. Хәҙер үҙемдең пландарым һәм проекттарым менән аңлы рәүештә уртаҡлашам. Кемдәргә яҡын, шулар ҡушыла. Конкурс тураһында яҙма баҫтырҙыҡ һәм шунда уҡ шылтыратыуҙар башланды. Миңә ике юллама ғына етмәүе тураһында дәғүә белдерҙеләр һәм ярҙам тәҡдим иттеләр. Шулай итеп ике әсәй урынына һигеҙ кешене ялға ебәрҙек”, - ти Илсур Нәбиуллин. Ул йылда “Яҡтыкүл” шифаханаһында 12 әсә ял иткән. Береһенең дүрт улын мобилизациялайҙар, икенсеһенең улы МХО-нан ҡайта, ә иртәгәһенә икенсеһен саҡыралар. Йәнә бер ҡатын физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләй. Уларҙың барыһы ла бер аҙна дауалана һәм ял итә. Илсур Нәбиуллин бала саҡтан өләсәһе тә шул тиклем эшкә шәп булыуын, үҙҙәрен дә эш яратырға өйрәтеүен бер ваҡытта ла йәшермәй һәм һәр саҡ ғәзиз кешеһен тик йылы хәтирәләр менән генә иҫкә ала. “Хәтеремдә, өләсәйем һәр саҡ беҙгә: еңел аҡса булмай, тигәйне. Эшегеҙгә һалынған аҡса изгелек килтерер. Еңел аҡса барлыҡҡа киләсәк тә, китәсәк. Беҙҙе бер туҡтауһыҙ эшләргә өйрәтте. Был, әлбиттә, уның ҡаҙанышы. Ул беҙҙең менән булған бөтә нәмәне бүлеште: йылылыҡ, мөхәббәт, аҡыл. Бөгөн мин эшләгәндәрем менән уртаҡлашам һәм бындай мөмкинлек өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт белдерәм,” - ти Илсур Нәбиуллин. Яугирҙәр янына ла бара Илсур Нәбиуллин яугир әсәләренә һәм ҡатындарына бушлай шифаханаға путевкалар алып биреү менән генә туҡталмай, ә яу яланындағы яугирҙәргә лә даими яндарына бара, бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Таҡта оҙатһындармы, гуманитар йөк алып барһынмы – бар эштәрҙә лә үҙе ҡатнаша һәм яҡташтары янына шәхсән үҙе барып ҡайта. “Атайсал” артабан да дауам ителергә тейеш Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә балыҡ белер, ти халыҡ. “Яҡшы эшкә аҡса йәл түгел, киреһенсә, беҙ ҡыуанып, хәлдән кил­гәнсә ярҙам итәбеҙ. Үҙебеҙҙең тыуған Баймаҡ районының Бетерә ауылында йәшәп, урмансылыҡ эше менән булышабыҙ. Тәбиғәтебеҙ сығанаҡтарынан файҙаланып, ярҙам итмәй ҡалһаҡ, дөрөҫ булмаясаҡ. Республика күләмендә үткән конкурстарға ла хәлдән килгәнсә булышлыҡ итәбеҙ. Көҙ балаларға уйын майҙансығы эшләнек. Хәҙер үтеп барғанда, балалар уйнап йөрөһә, туҡтап ҡарап китәм, күңелемдә ҡыуаныс, кинәнес тоям”, - ти Баймаҡ меценанты, бихисап изге эштәрҙе атҡарып сығыусы, халыҡҡа бар яҡлап ярҙам иткән эшҡыуар Илсур Нәбиуллин. Тап Илсур Ғәйнетдин улы кеүек үҙ атайсалы өсөн янып–көйөүселәр барында “Атайсал” проекты дауам ителә, һәр кем үҙенең кесе Ватанына үҙ өлөшөн индерә, уны төҙөкләндерә һәм матурлай, изге ғәмәлдәре менән яҡты һәм нурлы итә. Фотолар: “Башинформ” ФЕКЕР Заһит Ғүмәров, “Беренселәр” Рәсәй балалар һәм йәштәр ойошмаһының регион бүлеге Советы рәйесе урынбаҫары, йәш йәмәғәтсе. -Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланған “Атайсал – кесе Ватан” проектына быйыл мин дә ҡушылдым. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендәге иң яҡшы белемдәр өсөн премия”мды булдырҙым һәм уны үҙемдең тыуған ауылым Күгиҙелдә һәм мәктәп йылдары үткән күрше Билал ауылы мәктәптәрендә иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусыларға тапшырасаҡмын. Тыуған еремдең яҡты киләсәгенә бер аҙым яһау - минең һәм йәш быуындың мөҡәддәс бурысы. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Уҡыусылар, яңы уҡыу йылында ҙур уңыштар теләйем! Киләсәк һеҙҙең ҡулда!