Яҡшы эш, яңы фатир, шәп машина – барыһы ла бар Әлиә менән Илфаттың. Тик бына һуңғы ваҡытта ир кешенең, үҙе аңлатыуынса, ығы-зығылы ҡаланан ҡасып, ауылда йәшәгеһе килә башлаған. Ә башҡа ғаилә ағзаларына уның был ҡарары оҡшап етмәй икән: ни тиһәң дә, ҡатындың эше үҙҙәре йәшәгән йорттан артыҡ алыҫ түгел, балалар ҙа яҡындағы мәктәптә белем ала. “Тормошобоҙ һәүетемсә генә алға бара ине. Нимә булды икән Илфатҡа? Аңлап етмәйем. Шәхси тормошобоҙҙа барыһы ла яҡшы. Эштә лә бөтәһе лә ал да гөл, – тип аптырай таныш ҡатын. – Бер ай элек кенә бик татыу ғаилә инек. Ирем фатирҙы һатып, ауылға йәшәргә ҡайтырға йыйынғас, йыш ҡына ғауға-талаш сыға башланы”. Хәҙер Илфат көн һайын Әлиәгә ауылдағы саф һауа, автомобиль тығындарының юҡлығы, тыныс мөхит һәм башҡалар хаҡында һөйләй. “Балалар менән бик аҙ аралашаһың тип көн дә игәй инең. Хәҙер һәр саҡ ғаилә менән генә булырмын”, – тип үҙенекен иҫбатларға тырыша. Был һүҙҙәргә ышанып бөтмәй Әлиә. Карьера өсөн йәнен бирерлек иренең ҡапыл тыныс тормошҡа ынтылыуын