Бына нисәнсе көн инде һөйөү утында янам. Үлеп яратам, ҡыҙҙар, егеттәр! Көнө-төнө уның тураһында ғына уйлайым, хыялыйҙар булам.
Мин уны мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ яраттым. Тәү күреүҙән ғашиҡ булыу тиҙәр бит әле, тап шул инде. Тик ул минән ун йәшкә ҙур. Өлкән апайымдың класташы. Улар кластары менән уҡыуҙы бөткәс тә ныҡ дуҫ булдылар, әленән-әле күрешеп-аралашып торҙолар, шуғалыр ҙа инде мине улар бәләкәй сағымдан яҡшы белде һәм үҙ һеңлеләре кеүек күрҙе. Миңә уларҙың шаярғанын күҙәтеү, хәбәрҙәрен тыңлап ултырыу шул тиклем оҡшай ине, әле һаман һағынып иҫләп алам шул мәлдәрҙе.
Миңә уның оҡшауын һиҙеп ҡалғас, апайым шул тиклем асыуланғайны. “Башыңдан алып ырғыт был уйыңды, ҡарт ул һинең өсөн!” – тип ҡыҙып алып киткәйне хатта, нимәләр генә әйтеп бөтмәне. Тәүҙә үҙемде яҡлап маташтым, ахырҙа беҙҙең был әйткеләшеү илаш менән тамамланып ҡуйҙы. Ул ваҡытта минең танауға яңы еҫ инә генә башлағайны, ун бер-ун ике йәш тирәһе булғандыр. Апайым шунан һуң мине ысынтылап контролгә алды, былар һөйләшеп ҡуйма