Баймаҡ районының Таһир ауылында тыуып үҫкән Илнур Искәнйәр улы, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йылайыр районының Иван-Ҡыуалат ауылында урмансы булып башлай. Артабан ул Каниникольский урман хужалығында мастер, Белорет һәм Баймаҡ районы урман хужалыҡтарында директор булып эшләй. Шулай уҡ бер аҙ ваҡыт Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтендә лә хеҙмәт итергә тура килә. Әммә күңелендә эйәрле – йүгәнле ат ятҡан ир-егетте ҡарурман ғына тота алмай, күрәһең. 2018 йылда Илнур Биктимеров тормошон кинәт үҙгәртеп, Темәс ауылына ҡайтып төпләнә һәм үҙ эшен аса. Иренең теләгенә ҡатыны – Стәрлебаш районы һылыуы Миләүшә лә ҡаршы килмәй, киреһәнсә уның һәр башланғысын хуплап, ярҙам итеп кенә тора. Бөгөн уларҙың ике улдары һәм ҡыҙҙары үҫә. Илхан менән Тимерхан – аталарының ярҙамсыһы, Камила менән Йәсминә әсәләренә ярҙамлаша. 2018 йылда крәҫтиән–фермер хужалығы булдырып, “Эш башлаусы фермер” программаһы буйынса өс миллион һум дәүләт ярҙамы алыуға ирешә. Был аҡсаға Илнур Биктимеров “Беларус” тракторы, 20 баш герофот тоҡомло таналар һатып ала. Бөгөн уның 200 гектар сәсеү майҙанында һоло, арпа һәм мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үлән сәселгән. Ҙур маҡсаттар ҡуйып, заман менән йәнәш барған йүнсел эшҡыуарлыҡта бер йүнәлеште генә һайламай. Малсылыҡ тармағын да үҙ иткән. Бөгөн уның герофот тоҡомло малдары иркен туғайҙарҙа рәхәтләнеп ашай, һәүкәштәр һауылмай, улар быҙауҙары менән бергә йөрөй. Ит йүнәлешен һайлаған фермер малдарын тик итләтә генә һатыуҙы үҙ итә. Әйткәндәй, был төбәктә малсылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙарҙың күбеһе малдарын тик итләтә һатыуҙы яйға һалған. Күрше Магнитогорск ҡалаһына үҙҙәре үк алып барып һата. Ирәндек итәгендә ниндәй генә үләндәр һәм сәскәләр үҫмәй, ә ҡылған хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Төрлө үләндәрҙе һайлап ашап, ҡылғанына туйынып йөрөгән йылҡыларҙың һөтө лә ҡуйы, ҡымыҙы ла шифалы. Шуға күрә Биктимер йәйләүендә һауылған, Темәстә бешелгән ҡымыҙҙың тәме үҙенең шифалы һәм сифатлы булыуы менән айырылып тора. “Биктимер ҡымыҙы”н бер тапҡыр ауыҙ иткән кеше йәнә мотлаҡ рәүештә, уны һатып аласаҡ. Илнур Биктимеровтың 200 – гә яҡын йылҡы малы иҫәпләнә, быйыл ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡолондар бик аҙ. Шуға күрә көнөнә 100 литр ҡымыҙ етештерелә. — Ҡымыҙ етештереү миҙгелле генә шөғөл, уны йыл һайын беҙ көтөп алабыҙ. Ни өсөн тиһәгәндә, йәй көнө йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙар ҡымыҙ етештереүҙән ярайһы уҡ табыш ала торғайны. Быйыл Урал аръяғындағы эшҡыуарҙар өсөн һынау йылына әйләнде. Сөнки бейәләр ҡолон һала, 100 бейәнең 80 –не ҡолон һалды, шуға күрә ҡымыҙ етештереү теләһәк тә, килеп сыҡмай. Был хәл Өфө тирәһендә йәшәгән ҡайһы бер фермерҙарға етә ҡалды. Яуапһыҙ ҡараған кешеләр был хәлде үҙ яҡтарына оҫта файҙаланып, “Баймаҡ” йә иһә “Әбйәлил ҡымыҙы” тигән этикеткалар ҡуйып, һыйыр һөтөнән йәки башҡа һөттән ҡымыҙ эсемлеге етештереп, уны ла ҡымыҙ тип һата башланы. Ҡымыҙҙы һатып алыусылар уны тәмләп ҡарап, башҡорттоң ҡымыҙы ошолай була икән тип уйлай, был хәл тотош милли эсемлеккә ялған баһа биреүгә алып килә. Тап ошо мәсьәләне тиҙҙән үтәсәк “Башҡорт аты” фестивалендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа шәхсән еткерергә тип уйлайбыҙ. Был хәл ҡымыҙ етештереүселәрҙең эшенә ҡамасау ғына түгел, ә уның баһаһын да төшөрә Ауыл хужалығың башҡа тармағына күҙ һалғанда, төрлө йүнәлештәрҙә субсидия бирелә. Ҡоролоҡ булһа, фермер йыйып ала алмаған уңышы өсөн дәүләт ярҙамы алыуға хоҡуғы бар, ә ниңә йылҡысылыҡ тармағында үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бейәләре ҡолон һалып, йылына бер ҡолон да ала алмай, мал һанын арттыра алмай икән, ниңә уларға дәүләт ярҙам итмәҫкә тейеш әле? Миҫал ике яҡлы булырға тейеш түгелме?Шулай уҡ ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙә лә яуаплы кешеләрҙән аныҡ ярҙамдар көтәбеҙ. Ни өсөн тик Урал аръяғы төбәгендә йылҡы тотоусылар ғына ошондай проблемаға юлыҡты, ә республиканың башҡа райондарында беҙҙең кеүек хәл күҙәтелмәй? Сәбәбен тикшерһендәр, өйрәнһендәр ине. Өсөнсө йыл рәттән “Башҡорт аты” фестивале үтә, ул халыҡ –ара кимәлгә лә сыҡты. Шулай уҡ йылҡы итен халыҡ-ара баҙарға алып сығыу мәсьәләһе һаман булһа асыҡ килеш ҡала. Йылҡы итен башҡорт халҡының бренды итергә ваҡыт, бының өсөн йылҡы итен эшкәртеү производствоһы төҙөргә кәрәк. Беҙ, ат тотоусылар, ҡайҙалыр баҙарға йәки кешеләргә тәҡдим итеп үҙебеҙ үҫтергән итте һатып йөрөмәҫ инек, ул сағында ошо цехҡамы, предприятиеғамы тапшырыр инек. Дүртенсенән, быйыл үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ямғырҙар туҡтағаны ла юҡ. Бесән эшләп булмай. Мал көткән кешеләргә бесән һатып алырға дәүләт ярҙамы булырға тейештер, тигән фекерҙәмен. Әлбиттә, был хаҡта төбәк Башлығы ярҙам итергә ҡушты, әммә район етәкселеге лә бар бит әле. Әгәр ҙә ауыл ерендә фермерҙар үҙ эшен дауам итһен тип тырышабыҙ икән, ул саҡта дәүләт тә урындағы йүнселдәргә йөҙ борорға, уларҙың проблемаларын ишетергә һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тейеш. Ул саҡта ҡына башҡорт аты, ҡымыҙы, йылҡы ите, ҡаҙыһы – тултырмаһы халҡыбыҙҙың милли ризығын күрһәтер брендҡа әйләнер. Әлбиттә, был һорауҙарға тап “Башҡорт аты” фестивалендә яуап табырбыҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ, - ти Илнур Искәнйәр улы. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында үтәсәк “Башҡорт аты” фестивалендә урындағы йылҡы тотоусылар менән шәхсән осрашырға һәм уларҙың проблемалары менән танышырға теләк белдерҙе. Автор фотоһы.
Урал аръяғы йылҡысыларын ниндәй проблемалар борсой?
10 августа 202410 авг 2024
2
4 мин