Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында көн дә тиерлек һәләк булыусылар теркәлә. Был аҙна ла күңелһеҙ ваҡиғаларҙан башланды. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 августа көндөҙ Өфө ҡалаһындағы Октябрь проспектындағы “Галле ҡалаһы” туҡталышы янында 29 йәшлек ир “ГАЗ” автомашинаһында Левченко урамы яғынан Октябрь проспекты яғына тротуар буйлап артҡа хәрәкәт иткәндә йәйәүлене тапай. 85 йәшлек ҡатын алған йәрәхәттәрҙән дауаханала һәләк булған. 6 августа иртәнсәк Октябрьский ҡалаһында 1288 М-5 "Урал" автомобиль юлында Өфөнән 45 йәшлек ҡатын “SsangYong Kyron” автомобилендә юлдан сығып түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә ул шунда уҡ һәләк була, Иглин районынан 39 йәшлек пассажиры ярҙам һорап дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Кисен Благовар районында М-5 “Урал” автомобиль юлының 1402-се саҡрымында 29 йәшлек водитель “Daf” йөк машинаһында көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле аша үткән 52 йәшлек ирҙе тапаған. Ир алған йәрәхәттәрҙән дауаханала һәләк булған. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ, юлда иғтибарлы булығыҙ, һеҙҙең ҡулда кеше яҙмыштары. Фото: Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан.