Статистика мәғлүмәттәре уйландырырлыҡ: Рәсәйҙә теркәлгән никахтарҙың 54 проценты тарҡала. Йәш парҙарҙың күбеһе хатта бер йыл да бергә йәшәп өлгөрмәй икән. Әгәр ошондай хәлгә тарығығыҙ килмәһә, гүзәл заттар, түбәндәге фекерҙәргә иғтибар итеү ҡамасауламаҫ. “Кейәүгә сығырға кәрәк” тип уйлайһың, сөнки башҡалар шулай тип кәңәш бирә. “30 йәштә бер кемгә лә кәрәкмәйәсәкһең”, тиҙәр, “40 йәштә яңғыҙ тороп ҡаласаҡһың”, тип әйтәләр... Бындай һүҙҙәргә ҡолаҡ һалыр алдынан бының кәрәкме-юҡмы икәнлеге тураһында нығыраҡ уйлағыҙ, шунан ғына ҡарар ҡабул итегеҙ. Үҙеңде яратмайһың. “Комплекс”тарың күп, хатта етешһеҙлектәреңде лә “ҡабул итергә” тырышмайһың. Ә никахта бының тағы нығыраҡ “баҙыҡланып” китеүе ихтимал. Ә ғәмәлдә ирең менән һинең тышҡы ҡиәфәткә, йәшәү тормошона булған ҡараштың бер ҙә тура килмәүе ихтимал, шуға үҙеңде яратырға тырыш, үҙ уй-фекереңә ҡолаҡ һал һәм шунан ғына кейәүгә сыҡ. Ирҙән тыш, тормошоңдо хатта күҙ алдына килтерә алмайһың. Әгәр яҡшымы, насармы, ниндәй генә булмаһын, көслө зат в