Әбйәлил районында йәшәгән Рәхимә Мусинаның белмәгән эше юҡ: әле ул күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр эшләй йә булмаһа ҡаҡ ҡоя, әле килеп чурчхела эшләп ҡараған. Уның яҙмаһын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. "Был әйтеүгә ауыр тәмлекәстең исемен быйыл, үҙем эшләй башлағас ҡына иҫтә ҡалдырҙым әле: ЧУРЧХЕЛА. Тәүге тапҡыр 2018 йылда Абхазияға барғанда ауыҙ иткәйнем. Бөтә туристарҙың да күстәнәскә яратып һатып алған ризығы тип уйлайым. Матур итеп, күҙ ҡыҙҙырып, урам тултырып элеп бөтәләр бит инде уларҙы.Аҙаҡ үҙем эшләп ҡарарға ҡыҙығып, интернеттан рецебын да өйрәнгәйнем, тик сәтләүектәрҙе епкә теҙеп элеп, өҫтөнән ҡат-ҡат һут ҡойоп ултырыу мәшәҡәтенән ҡасып тотонманым. Быйыл башымда чурчхеланы сушилкаға йәйеп һалып эшләү идеяһы тыуҙы. Үҙенә күрә бер "ялҡау чурчхела" килеп сыҡты.Эшләп ҡарағыҙ — үкенмәҫһегеҙ. Быйыл емеш-еләк юҡ тимәгеҙ. Уның өсөн магазин һуты (сок), хатта һөт тә бара, шуға ҡыш буйы эшләп ашарға була. Мин һутты баҡса еләгенән үҙем яһаным. Бер кило еләккә бер литр һыу ҡойоп ҡайнаттым да һөҙөп а