Иглин районының Аҡбирҙе ауылында яңы аллеяны төҙөкләндереү эштәре бара, тип хәбәр итә Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы. Төҙөкләндереү саралары “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Аллея Рәми Ғарипов урамын биҙәйәсәк. Былтыр тап ошо объектты төҙөкләндереү өсөн ауыл халҡы тауыш биргәйне. Был аллея буйынса мәктәптән алып балалар баҡсаһына тиклем хәүефһеҙ юл һалына. Шулай уҡ эскәмйәләр, декоратив ҡыуаҡлыҡтар, йүгереү һәм йәйәү үтеү өсөн һуҡмаҡтар зонаһы планлаштырыла. 2025 йылда райондың административ үҙәгендә Елена Иглина исемендәге паркты төҙөкләндереү планлаштырыла. Ингән урын, йәйәүлеләр юлы яңы төҫ аласаҡ. Быйыл Башҡортостанда 123 объект төҙөкләндереү үтәсәк, 2019 йылдан алып 683 йәмәғәт киңлектәре булдырылған. Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.