Найти тему
Башҡортостан гәзите

«Урындағы халыҡҡа файҙалы эш атҡарырға тырыштыҡ»

Фиҙакәр хеҙмәт иткән һәр кем дан-хөрмәткә лайыҡ. Улар араһынан бурыстарын намыҫ менән атҡарған, меңәрләгән кешенең һаулығын һәм ғүмерен ҡотҡарған, һаҡлаған, бихисап сирҙәрҙән ҡурсалаған һәм уларҙы булдырмау өсөн иҫкәртеү сараларын күргән медицина хеҙмәткәрҙәре менән ғорурланабыҙ. Бөгөн табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының, фельдшерҙарҙың, ғөмүмән, кеше ғүмере өсөн көрәшкәндәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пандемия осоронда, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында эшләгән табиптар, шәфҡәт туташтары, ирекмән табиптарҙың күрһәткән эше оло маҡтауға һәм ҙур ихтирамға лайыҡ. Улар үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте менән юғары һөнәри оҫталыҡ, батырлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө күрһәтә. Олеся Олеговна Тимофеева Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ультратауыш диагностикаһы табибы булып эшләй. Быйыл 16 апрелдән 31 майға тиклем Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында эшләгән 21-се медицина составында булған. Олеся Олеговна Красный Луч ҡалаһы халҡына медицина-санитар ярҙам күрһәткән. Ҡалҡан биҙе, бауыр, ҡорһаҡ ҡыуышлғы һәм башҡа ағзаларға ультратауышлы диагностика тикшереүҙәрен үткәргән. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн табип Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән наградланған. Бындай награда менән ул юғары һөнәри оҫталығы өсөн бүләкләнгән. - Хеҙмәттәштәрем менән бер команда булып эшләнек, урындағы халыҡҡа файҙалы эш атҡарырға тырыштыҡ, - ти Олеся Тимофеева. Фотолар Олеся Тимофееваның шәхси архивынан.