9 августа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында булды. Ҡаланың тарихи өлөшөндәге заманса биналар комплексы “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы төҙөлә. Эш сфәре мәлендә Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм төбәк етәксеһе Радий Хәбиров вуз лабораториялары һәм инновация майҙансыҡтарының эше менән танышты. Улар иҫәбендә БДМУ-ның уҡыу кластары, “Киләсәк медицинаһы” кабинеты бар. Өфөнөң фән һәм технологиялар университетының майҙансыҡтарының береһендә алдынғы инженер мәктәбенең лабораторияһы һәм “Өң” киберфизика платформаһы оҫтаханаһы урынлашҡан. Ул пилотһыҙ осоу аппараттарын программалау, эксплуатациялау зонаһын, уйындар әҙерләү лабораторияһын, киберфизика оҫтаханаһын үҙ эсенә ала. ӨДНТУ иһә IQ-паркта “Ҡайнау нөктәһе” тигән ижади студенттар киңлеген асҡан. Башҡортостан Башлығы