Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың шәхси башланғысы менән 2019 йылдан алып республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарына комплекслы ремонт үткәрелә. Ошо осорҙа Башҡортостанда 8 171 подъезд ремонтланды. Эште башлар алдынан Төбәк операторы тәғәйен йортта йәшәгәндәр менән осрашыу уҙғара. Унда ремонт эштәренең составы, стеналарҙы биҙәкләү төрө һәм төҫө һайлап алына. Комплекслы ремонт барышында төҙөүселәргә түбәндәге эште башҡарыу бурысы ҡуйыла: – подъезға инеү урынын тәртипкә килтереү; – стена һәм түшәмде буяу; – ағас тәҙрә һәм ишек блоктарын пластикка алмаштырыу; – тышҡыһынан тыш тамбур ишеге ҡуйыла; – беренсе ҡатта керамик плитә түшәлә; – һылау һәм буяу эштәре башҡарыла; – энергияны һаҡсыл тотонған яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәре эленә, электр сымдары стеналарҙан алына һәм махсус ҡумталарға индерелә, баҫҡыстан менгәндә тотонғостар яңыртыла. Программаға ярашлы, подъезға ингән урында хәрәкәте сикләнгән кешеләр өсөн пандустар урынлаштырыу ҙа ҡаралған. Улар инвалидтар өсө