Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәр кем үҙе “бәхет һәйкәлен” ҡоя

Ҡырмыҫҡалы районының Атйетәр ауылынан Вахитовтар ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл тулыуҙы билдәләне. Зилә Йәһүҙә ҡыҙы менән Рәйес Хажиғәли улы ярты быуат инде ҡулға-ҡул тотоношоп матур ғүмер кисерә. Шуға күрә был ваҡиға улар өсөн тормоштарындағы иң күркәмдәрҙең береһенә әүерелде. Уңған хужабикә Ҡырмыҫҡалы районының Бельский аылында тыуып үҫкән һәм Сахай урта мәктәбен тамамлаған. Юғары белемде – физика һәм математика уҡытыусыһы һөнәрен – Башҡорт дәүләт педагогия университетында алған. Ғаилә башлығы – ошо уҡ районыдың Шайморатов ауылынан. Физкультура уҡытыусыһы һөнәренә уҡып сыҡҡан. Кешене яҙмыш йөрөтә, тиҙәр. Вахитовтар ҙа Шайморатов мәктәбендә танышҡан. Тап ошо белем усағында Рәйес Хажиғәли улы эшләп йөрөгән булған. Тәү күреүҙән ғашиҡ булған йәштәр бер йылдан һуң туй үткәргән. Ярты быуат татыу бергә ғүмер кисергән Зилә менән Рәйес Вахитовтар өсөн тыуған йортҡа балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бер бүләсәренең ҡайтыуы – иң ҙур бәхет. - Тормошобоҙҙа яҡшыһы ла, насары ла булды, әлбиттә. Бер-береңде ишетә, аңлай, хөрмәт итә белеү мөһим, - ти Зилә Йәһүҙә ҡыҙы. Һәр кем бәхет төшөнсәһен үҙенсә аңлай. Әммә барыһы ла уның үҙҙәренең тормошонда булыуын теләй. Сығанаҡ, фото: https://vk.com/karmadm?ysclid=lzkq068y3g321680606&z=photo-173018413_457280790%2Fwall-17301841