Үткән быуаттың 80-се йылдары. Беҙ Ҡорсысҡан тигән ерҙә бесән эшләйбеҙ. Туғайҙы йәмләп, алһыу ғына сәскәле, алыҫтан ҡарап торһаң, матур, тотоп өҙөп алайым тиһәң, тупаҫ, таяҡ кеүек олонло, япраҡтары бысҡы тештәре һымаҡ киртләсләнеп торған үлән сәскә күпләп үҫә. Беҙҙең менән күрше булып Хәҙисә (фамилияһы Кравцова ине) тигән инәй ҙә бесән эшләй. Улар ҡайҙандыр ҡырҙан күсеп килгәйне. Ошо үлән тамам үҙенә тартты бит. Әсәйем дә уның ниндәй үҫемлек икәнлеген белмәй. Хәҙисә инәй генә: "Иван да Марья” тигән үлән ул”, – тине. Уның нимәһе “Иван” да, нимәһе “Марья” икән тигән уй башты быраулай ҙа быраулай. Бер нәмәне белергә теләһәм, төбөнә төшмәйенсә ҡуймай торған кешемен. Беҙ өйгә һәр ваҡыт "Юный натуралист", "Здоровье" журналдарын яҙҙырып алдыра торғайныҡ. Әмәлгә ҡалғандай, шул " Юный натуралист" журналында Иван да Марья үләндәре тураһында яҙғандар ине. Бер һабаҡта бер нисә төҫлө сәскә була – шуларға “Иван да Марья” тигәндәр икән. Был исем әлеге үләнгә тап килмәй шул. Ошо уҡ журналда мин исемен