Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Нисек бизнес асырға?

15 августа Дәүләкән ҡалаһында Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Уполномоченныйҙың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн “Бизнесты нимәнән башларға? Бизнес булдырыу өсөн стартап" темаһына арналған консультация уҙғарыла. -Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ҡануниәттәге үҙгәрештәр һәм талаптар йыш ҡына грамоталы белгестәр һәм эксперттар тарафынан етди аңлатыуҙы талап итә. Был бигерәк тә яңы бизнесҡа тотоноусыларға ҡағыла. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген теркәү тәртибе, һалым режимын һайлау, тейешле документтар исемлеге, ярҙам саралары - быларҙың бараһын да аңлатыу мөһим, - тине Уполномоченный Ирина Абрамова. Консультацияларҙы тәжрибәле эшҡыуар, консалтинг агентлығы етәксеһе Светлана Фролова алып бара. Осрашыуҙа эшҡыуарлыҡты ойоштороуға бәйле һорауҙар ентекле ҡараласаҡ. Был саралар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы башҡарыла (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимальской инициативы"). Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.