Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр үҙҙәрен эшҡыуарлыҡта һынай

“Росмолодежь. Бизнес” Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” конкурсына теркәй башлай. Унда йәш эшҡыуарҙарға федераль кимәлдә үҙҙәренең проектын күрһәтеү, медиа ярҙам, эксперттар ярҙамы алыу, файҙалы танышыуҙар булдырыу, бизнес берләшмәлә үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бар. Конкурс йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға, уңышлы бизнес практикты таратыуға, төбәктә эшҡыуарлыҡ берләшмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ғаризалар өс йүнәлеш уйынса ҡабул ителә: “Йәштәр идеялары менән”, “Эш башлаусы эшҡыуар”, “Алдынғы эшҡыуар”. Уларҙың һәр береһендә 12 номинация буйынса ғариза бирергә мөмкин. - Бындай конкурс бизнес проекттарҙы күрһәтергә генә мөмкинлек биреп ҡалмай, уңышлы эшҡыуарҙар, остаздар, эксперттар менән осрашып ярҙам саралары алыуға ла юл аса, - ти Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров. Быйыл шулай уҡ йәш эшҡыуарҙарҙың ТОП-500 рейтингы булдырылған. Был иһә идеяларға, проекттарға иғтибар йүнәлтергә мөмкинлек бирә. Был исемлеккә конкурста ҡатнашыусыларҙан башҡалар ҙа инә ала. Конкурста ҡатнашыу бушлай. Ғаризаны 14-35 йәшлек Рәсәй граждандары тапшыра ала. Был саралар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы башҡарыла (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимальской инициативы"). Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.