Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был эсемлек ябығырға һәм ҡандағы шәкәрҙе кәметергә ярҙам итә

Бөтәһе лә сабыйҙарға ашҡаҙан һәм эсәк проблемаларын иҫкәртеү өсөн укроп һыуы тәғәйенләүҙәрен белә. Баҡтиһәң, укроп һыуы өлкәндәр өсөн дә файҙалы икән! Был мөғжизәле эсемлек ҡандағы шәкәрҙе кәметергә ярҙам итә. Һыуҙы диабетты иҫкәртеү өсөн бик яҡшы тип иҫәпләргә мөмкин! Был эсемлекте йөрәк ауырыуҙары, бауыр циррозы һәм эс күбеүе ваҡытында даими ҡулланыу кәңәш ителә. Бәләкәй генә укроп орлоғонда эфир майҙары, олеин һәм линоль кислоталары, флавоноидтар, каротин һәм А һәм С төркөмө витаминдары бар! Өй шарттарында укроп һыуы әҙерләү өсөн 1 аш ҡалағы укроп орлоғо 1 литр ҡайнар һыу Термос һәм һөҙгөс Әҙерләү: Укроп орлоғона ҡайнар һыу ҡойоп бер сәғәт дауамында төнәтергә. Әгәр термос булмаһа, банканы капрон ҡапҡасы менән ябып, фольгаға төрөп, целлофан пакетына төрөргә мөмкин. Бер сәғәттән һуң эсемлекте эсергә була. Көнөнә иртәле-кисле 2 стакан эсемлек эсергә була. Артыҡ ауырлыҡ менән интеккән кешеләргә укроп эсемлеге файҙалы буласаҡ. Үҙ составында уникаль матдәләр йыйылмаһы арҡаһында укроп орлоғо матдәләр алмашыныуы боҙолоуын һәм аслыҡтан интегеүҙе еңеп сығырға ярҙам итә, ҡандағы шәкәр кимәлен нормалләштерә. Был ябығыу процесын еңеләйтә һәм тиҙләтә! Яҡындарығыҙға укроп һыуын нисек әҙерләргә кәрәклеген һөйләгеҙ! Иң ябай рецепт, әммә эсемлек ҡулланыуҙың файҙаһы шунда уҡ күренә… Тәҡдим ителгән рецептарҙы ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Автор коллажы.