5 августа Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Белорет районындағы урманда бер ҡатындың юғалыуы тураһында хәбәр итәләр. – Мин ҡатыным менән Аҙналы ауылы янындағы урманға бәшмәк йыйырға барҙым. Бәшмәк йыйған саҡта бер-беребеҙҙән алыҫ киттек, 65 йәшлек ҡатыным күҙҙән юғалды, ҡысҡырыуға яуап бирмәне. Эҙләү уңышһыҙ тамамланғас, таныштарыма һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыраттым, — тип һөйләй ир. Эҙләү сараларына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, ирекмәндәр, полиция һәм урындағы халыҡ йәлеп ителә. Ҡотҡарыу сараһы өс көн дауам итә. Әзекәй ауылы янында һыйыр көтөүсе ҡатынды урман эсендә таба. - Мин был урманға 15 йыл буйына бәшмәк йыйырға йөрөйөм, бөтә һуҡмаҡтарҙы беләм, әммә был юлы нисектер бәшмәк йыйыу менән мауығып киткәнмен. Аҙашҡанымды һуңынан ғына аңланым. Урман буйлап аҙашып йөрөп, һаҙлыҡҡа юлыҡтым, ә инде ҡараңғы төшә башлағас, артабан барыу ҡурҡыныс булды. Ҡайынға менеп, унда төн үткәрҙем, урманда ҡырағай хайуандар бар бит. Үҙем яҡшы белгән еләктәр менән туҡландым, ә ямғырҙан һуң барлыҡҡа килгән ятҡылыҡтарҙан һыу эстеем, – тип кисергәндәре менән уртаҡлашты юғалған ҡатын Татьяна. Табиптар тикшергәндән һуң ҡатынды өйөнә ҡайтарған, уның хәле яҡшы. Фото сығанағы: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.