Туҡтауһыҙ барған яуым-төшөм арҡаһында Башҡортостанда бөгөнгә 22 километр юл, 24 күпер һәм өс һыу ағыҙыу торбаһы һыу баҫыуҙан зыян күрҙе. Бәлә-ҡазаның күләме айырыуса Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Йәрмәкәй, Салауат һәм Учалы райондарында ҙур. Был ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн республикала ниндәй саралар күрелә? Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, әлеге мәлдә һыу ингән ауылдарға урау юлдарҙан барыу мөмкинлеге булдырылған, зыян күргән төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙың 17,5 километрында автомобилдә үтергә була. Шуныһы мөһим: министрлыҡ ошо юлдарҙы норматив хәлгә килтереү өсөн өҫтәмә аҡса бүлеүҙе планлаштыра. “Бының өсөн республиканың юл селтәренә тәбиғәт килтергән зыянды иҫәпләргә кәрәк, яҡынса иҫәп-хисап буйынса ул 67 миллион һум самаһына барып баҫа. Әлеге ваҡытта муниципалитеттар менән берлектә тәүге сираттағы һәм яҡын киләсәктә башҡарылырға тейешле эш күләмен аныҡлайбыҙ”, тиҙәр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. Үткән аҙна