Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балалар яҡшы дауа алһын өсөн

9 августа Рәсәйҙең Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Өфөгә эш сәфәре менән килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән улар Республика клиник балалар дауаханаһының Балаларҙың онкология һәм гематология үҙәгендә булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, медицина учреждениеһы 2023 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлдө, ул заманса ҡормалдар менән йыһазландырыды. Проекттың дөйөм хаҡы 4 миллиард һум тәшкил итә, уның 1,5 миллиарды федераль ҡаҙна аҡсаһы. Быйыл 2 февралдә үҙәктең эшенә стартты видеобәйләнеш режимында Рәсәй Президенты Владимир Путин бирҙе. Тулы хоҡуҡлы вәкил һәм төбәк етәксеһе медицина учреждениеһының мөмкинлектәре менән танышты. Алты ай эсендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа республиканың ҡала һәм райондарынан 1690 пациент дауалау үтте. Көндөҙгө стационарҙа 33 меңдән ашыу бала һаулыҡтарын нығытты. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рахматуллин табиптарҙың Мәскәү һәм Санкт Петербургтың махсус дауаханаларында уҡыу һәм стажировка үтеүен билдәләне. Үҙәк нигеҙендә тәрән диагностика уҙғаралар, дарыу терапияһының яңы ысулдарын ҡулланалар, үҙенсәлекле операциялар эшләйҙәр. Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Людмила Семавина әйтеүенсә, лабораторияларҙағы заманса ҡорамалдар юғары технологиялы ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә. Элек пациенттар уның артынан федераль онкоүҙәктәргә йөрөгән. Шулай уҡ Өфө үҙәгенә тикшерелеүгә илдең яҡындағы төбәктәренән дә пациенттар мөрәжәғәт итә. -Беҙҙең балаларға башҡаса йыраҡҡа сығырға кәрәкмәй. Химия курстары араһында уларға өйҙәренә ҡайтып килеү мөмкинлеге бар. Был табиптар өсөн дә мөһим, пациентты күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, тейешле дауалауҙы тулыһынса үҙебеҙ үткәрәбеҙ. Һәр балаға һәм ата-әсәйгә айырым уңайлы палата, - ти Людмила Семавина. Игорь Комаров һәм төбәк Башлығы Радий Хәбиров лаборатор кабинеттарҙы, ординатор бүлмәһен, операция блогын ҡараны, ял бүлмәһендә йәш пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аралашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала юғары технологиялы медицина ярҙамы үҫешенең кәрәклеген билдәләне, балалар ғүмерен, һаулығын һаҡлау өсөн үҙәктең әһәмиәтен әйтте. -Һуңғы биш йылда республикала һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһын булдырыу буйынса ҙур саралар тормошҡа ашырылды. Ауыр сирле балаларҙы дауалауға айырыуса ҙур иғтибар бирәбеҙ. Республиканың балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге – уникаль объект, уны асыу Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға. Ошондай үҙәк кәрәклеген аңланыҡ һәм федераль ярҙам менән уны төҙөнөк. Беҙҙең маҡсат – уңайлы шарттарҙа балаларҙы яҡшы итеп дауалау, - тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.