БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған “Башҡорт ихаталары” программаһы 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Биш йыл ваҡыт эсендә 1300-ҙән ашыу ихаталар төҙөкләндерелде. Программаны тормошҡа ашырыу күпселек республика ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла. Уның маҡсаты - күп фатирлы йорттарҙағыларҙың йәшәү шарттарын уңайлы итеү. Төҙөкләндереү тураһындағы ҡарар торлаҡ милекселәре менән берлектә дөйөм йыйылышта хәл ителә. Программа балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөүҙе, йәшелләндереүҙе, парковка урындарын булдырыуҙы һәм башҡа эштәрҙе күҙ уңында тота. – “Башҡорт ихаталары” – торлаҡ коммуналь хужалығы өлкәһендә уңышлы проект. Был программаны артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. “Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамын учалылар ҙа тоя. Ҡала биләмәһендә 2018 йылдан күп фатирлы йорттарҙың 21 ихата биләмәһе төҙөкләндерелде. Был йүнәлештә быйыл да эш дауам итә. Әхмәтғәлин урамы 19-сы, 21-се, 23-сө йорттар, Башҡортостан урамы 20-се, 22-се йорттар эргәһендәге биләмәлә төҙөкләндереү проекты тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш эштәрен “Содействие” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Был урында уйын һәм спорт майҙансыҡтары, брусчатканан тротуар эшләнә, автомобиль туҡталыштары киңәйтелә, борт таштары яңыртыласаҡ. Мөғжизәле тоннель, ҡалҡыулыҡтар, тауҙар кеүек уйын элементтары сағыу ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә итеп ҡорола. Был майҙансыҡты быйыл октябрь аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә. Учалы ҡалаһының Киров урамы, 8-се, 8А йорттары эргәһендәге былтыр төҙөлгән “Башҡорт ихатаһы” н үҙебеҙ барып күрҙек. Каникул булғас, иртә менән балалар бында шау-гөр килеп уйнай ине. Балалар майҙансығы, кер элеү урыны эшләнгән, парковкалау өсөн урын яңыртылған, тротуарҙарға ла ҡарау кинәнес. Генераль подрядсыһы “РефСтройПроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Эштәрҙе “Тепломастер” субподряд ойошмаһы алып бара. – Балалар майҙансығында элекке ҡорамалдар тулыһынса иҫкергәйне, улар заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәне. Бетон бордюрҙар ҙа емерелеп йәмһеҙләнеп бөткәйне, парковка урындары ла етмәне. Хәҙер был тирә бөтөнләй танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Иҫке металл конструкциялар барыһы ла һүтелде, ҡартайған ағастар киҫелде, подъезд алдарына брусчатка түшәлде, уйын майҙансыҡтары резина япма менән яһалды, урам яҡтыртҡыстарының бағаналары алмаштырылды, яңы парковка урыны булдырылды, видеокүҙәтеү системаһы көйләнде, – тип һөйләнеләр ҡала биләмәһе хакимиәтенән. Йәшәгән урын уңайлы һәм матур булыуы иң беренсе унда йәшәүселәр өсөн хәстәрләнә. – Элек был урында иҫке генә майҙансыҡ урынлашҡайны. Был тирәне матурлауҙары һис шикһеҙ яҡшы күренеш. Шулай ҙа балалар күмәк йыйылып шаулай башлаһалар, арып та китәбеҙ, – тине яҡындағы йорттарҙың береһендә йәшәүсе Тимур исемле ир-егет. Бәләкәстәргә уйнар өсөн шарттар булғас, бында әлбиттә, башҡа яҡтарҙан да балалар йыйыла. Киләсәктә Учалыла бындай йәмле урындар арта барыр, һәр йорт алдында ла барлыҡҡа килер әле. Әлиә БӘҘРЕТДИНОВА, Учалы ҡала биләмәһе хакимиәтенең производство бүлеге начальнигы: – “Башҡорт ихаталары” программаһы үҙенең кәрәклеген күптән дәлилләне. Учалы ҡалаһында уға ярашлы күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәләре йыл һайын төҙөкләндерелә. Һөҙөмтәлә учалыларҙың тормошо уңайлыраҡ, матурыраҡ була бара. Хәҙер балаларға уйнау урындары ла күбәйә. Халыҡ был программала әүҙем ҡатнаша һәм унан файҙаланырға теләүселәр аҙ түгел. Сөнки тап ошо программа ярҙамында элекке иҫке тимер ҡоролмалар барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарына ла яуап биргән яңыларына алмаштырыла. Автор фотолары.