Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, юл буйы сервисы – төбәкте үҫтереүҙең перспективалы һәм инвестициялар йәлеп итеүсе йүнәлештәренең береһе. Башҡортостанда 2024 йылға тиклем юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы ғәмәлдә. Уның төп йүнәлештәре – тармаҡ инвесторҙарына ярҙам итеү, “ер банкы” – потенциаль төҙөлөш майҙансыҡтары портфелен булдырыу. “Башҡортостанда автомобиль юлдары селтәре бик үҫешкән, шуға күрә юл буйы сервисы системаһы беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был йүнәлешкә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү программаһы сауҙаһыҙ ер участкаларын айырым тәртиптә бүлеүҙе күҙ уңында тота. Икенсеһе – инженер һәм транспорт инфраструктураһын булдырыуға сығымдарҙы 30 миллион һумға тиклем ҡаплау инвесторҙарҙы йәлеп итә. Был бизнес өсөн ҙур ярҙам, сөнки юл буйы сервисы объекттарының уртаса хаҡы 100-200 миллион һум тәшкил итә. Юл буйы сервисы инфраструктураһының үҫеше төбәккә туристар ағымының артыуына сәбәпсе була”, – тине үҙенең бер сығышында Республика Башлығы Радий Хәбиров. Йылайыр районың