Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

«Башҡорт-аты» халыҡ-ара фестиваленә махсус йыр яҙылған

Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары бергәләп «Башҡорт-аты» халыҡ-ара фестивалендә байрам өсөн махсус ижад ителгән йырҙы башҡарасаҡ. Унда башҡорт халҡын һәм башҡорт атын данлаған сәйәхәтсе егет тураһында һүҙ бара. Ә дөрөҫ юлды уға тоғро аты күрһәтә. Музыкаһын – Васил Ғафаров, һүҙҙәрен Зөһрә Бураҡаева яҙған. Дөйөм алғанда, фестивалдә башҡорт атына арналған өс яңы йыр яңғыраясаҡ. Ҡунаҡтарҙы «Зәйнетдин» шоу-проекты, «Бишбармаҡ» оркестры, «Рафстайл» шоу-барабансылары, диджей Наил Башстайл, думбырасы Раян Хөснуллин, Тимур Рамазанов Һәм Зилиә Бәхтиева, «Сибай», «Уралтау», «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре, “Саптар” өлгөлө хореография студияһы һәм “ Эдельвейс” эстрада хореография коллективыүҙ сығыштары менән ҡыуандырасаҡ. Өҫтәүенә ойоштороусылар концерт ҡына түгел, ә «Арғымаҡ ат юл башлар, аҡыллы ир ил башлар» музыкаль-спорт театрлаштырылған тамашаһын әҙерләй. Ул джигитовка буйынса сығыштарҙы һәм артистарҙың номерҙарын берләштерә. Йылдың иң сағыу тамашаһынан һин дә ситтә ҡалма, кил, күр һәм ҡатнаш! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт аты» фестивале 15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк.