Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аҙнабаевтар үҙҙәренә лайыҡлы алмаш үҫтерә

Белорет районының Сермән ауылында йәшәгән Ғәҙел Аҙнабаев мәктәп йылдарында уҡ спортты ярата, саңғы ярыштарында ла, еңел атлетикала ла алдынғылыҡты бирмәй. Шуға ла, һөнәр һайлау алдына баҫҡас, ул һис икеләнеүһеҙ Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Боғанаҡ мәктәбендә физкультура дәресе уҡытыусыһы булып башлай, шулай уҡ IX кластың класс етәксеһе итеп тә тәғәйенләйҙәр. Ғәҙел Риф улы уҡыусылар менән тиҙ уртаҡ тел таба, кистәрен мәктәп ихатаһында волейбол, баскетбол уйнауҙар уларҙы тағы ла нығыраҡ дуҫлаштыра. 1997 йылдың декабрь айында уны хәрби хеҙмәткә саҡы­ралар. Тәүҙә Алыҫ Көнсығышта Завитая ҡалаһында, һуңынан Бело­горскиҙа зенит-ракета полкында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын рядовой, алты айҙан һуң кесе сержант, сержант, өлкән сержант булып үтә. Армиянан старшина званиеһында ҡайта. Өлгөлө хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, күкрәк знактары менән наградланған. Армиянан ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһында тикшереү изоляторында кесе инспектор – корпус бүлеге начальнигы булып башлай. Әммә бер йылдан, һайлаған һөнәренә өҫтөнлөк биреп, Сермән мәктәбенә эшкә ҡайта. 2002 – 2018 йылдарҙа физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Уның уҡыусылары йүгереү буйынса ла, саңғы ярыштарында ла беренселекте бирмәй. Балаларҙы спорт менән бергә көслө, ныҡышмал булырға, тыуған илде яратырға өйрәтә. Әлеге ваҡытта Ғәҙел Аҙнабаев балаларҙы башланғыс хәрби әҙерлек һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре серҙәренә өйрәтә. Ул – юғары категориялы уҡытыусы, 2017 йылда “Баш­ҡортостан Республикаһының мәға­риф алдынғыһы” исеменә лайыҡ булды. Тынғыһыҙ хеҙмәте Баскетбол федерацияһының Маҡтау ҡағыҙҙа­ры, мәғариф идаралығының “Иң яҡшы тренер” исеме менән баһа­ланған. Буш ваҡытта балаларҙы төрлө ярыштарға әҙерләй һәм өйрәтә. Уның тәрбиәләнеүселәре муниципаль һәм төбәк республика ярыштарында еңеүсе һәм призер булып тора. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашҡандары ла бар. Үҙе тау саңғыһы спорты һәм волейбол менән мауыға. Ғәҙел Риф улы тормош иптәше Айһылыу Әс­ҡәтулла ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләй. Улдары Искәндәр Бөйөк Петр исемендәге Стратегик тәғәйенләнештәге Ракета ғәскәрҙәренең хәрби академияһында уҡый, Ирназар менән Рамзан мәктәп уҡыусылары, Айланаға ике йәш. Ҡатыны Айһылыу Әсҡәтулла ҡыҙы “Башнефть-розница” яғыулыҡ ҡойоу станцияһында оператор булып эшләй. Сермән балалар йортонда тәрбиәләнгән. Әлеге ваҡытта декрет ялында ҡыҙын тәрбиәләү менән шөғөлләнә. – Кистәрен бөтәбеҙ ҙә һөйөклө ҡаты­ным Айһылыу әҙерләгән та­бынға йыйылабыҙ. Йәйгеһен ғаиләм менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратам. Талҡаҫ күлендә, Мораҙым, Шүлгәнташ, Асҡын мәмер­йәләрендә булдыҡ. Бигерәк тә ҡатынымдың тыуған яғы – Архангел районы Инйәр йылғаһы буйы яратҡан ял урынына әйләнгән, – ти Ғәҙел Риф улы. Улдары йыл һайын марафондарҙа һәм трейл уҙыштарында ҡатнаша, призлы урындар яулай. Искәндәр Һәм Ирназар музыка мәктәбендәге баян класын тамамлаған. Улар халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусылар конкурстарында ҡатнаша, төрлө дәрәжәләге дипломдар, лауреат наградаларына эйә. Искәндәр – хоккейҙы, Ирназар – волейболды, Рамзан еңел атлетиканы ярата. Аҙнабаевтар ғаиләһе кәртә тултырып мал көтә, баҡса үҫтерә, ихаталары гөл-сәскәгә күмелгән. Был йорт-ҡура эштәрен бөтә ғаиләләре менән бергә алып баралар. Атай булараҡ та ул ғаиләһенә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, йәйгеһен малайҙары менән велосипедта йөрөйҙәр, ҡышҡыһын саңғыға баҫа­лар, кистәрен шашка, шахмат уйнап, китап, гәзит-журнал уҡып, буш ваҡыттарын файҙалы итеп уҙғара­лар. Әле Аҙнабаевтар ғаиләһе батша һарайындай йорт күтәреп, шуны төҙөү менән мәшғүл. Бына шундай матур ғаилә йәшәй Сермән ауылында. Буласаҡ Ватан һаҡсыларын, үҙҙәренә лайыҡлы алмаш үҫтерә Айһылыу менән Ғәҙел Аҙнабаевтар. Фотолар: Ғәҙел Аҙнабаевтың ғаилә архивынан.