Башҡортостанда ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асыла. Тантаналы асыу 17 августа Хәйбулла районында Түңгәүер ырыуы съезы сиктәрендә үтәсәк. Асыу хөрмәтенә ҡурайсылар концерты планлаштырылған. Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) — Донъяның Сит ил сәхнәләрендә-Францияла, Германияла, Швецияла, Бельгияла, Голландияла милли сәнғәтте күрһәткән, башҡорт ҡурайын данлаған һәм донъяла тамашасыларҙы һоҡланып ҡабул иткән беренсе башҡорт музыканты. «Башинформ» агентлығына Түңгәүер ырыуы башлығы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һөйләүенсә, Һәйкәл Аҡъяр мәҙәниәт һәм ял паркында ҡуйыласаҡ. Йомабай Иҫәнбаев һәйкәленең авторы-билдәле башҡорт скульпторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов (Заһир Исмәғилев һәйкәле, «Ете ҡыҙ» фонтаны һәм башҡалар). Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда «Башинформ» Өфөлә Йомабай Иҫәнбаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап-альбом сығарылыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Фото һәм текст сығанағы: "Хәйбулла хәбәрҙәре"