ҒАИЛӘЛӘРГӘ ЯРҘАМ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхси башланғысы менән республикала демографик хәлде яҡшыртыуға бәйле күп саралар үткәрелә. Ошо саралар һөҙөмтәһендә республикала һуңғы биш йылда күп балалы ғаиләләр һаны 46 меңдән 59 меңгә етте, был күрһәткес буйынса беҙҙең төбәк Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Бөгөн республикала һәм тотош Рәсәйҙә демографик хәлгә ниндәй шарттар йоғонто яһай һәм уларҙы яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрелә, яҡын киләсәктә демографик сәйәсәт нисек һәм ҡайһы яҡҡа үҙгәрер? Ауыл халҡының өлөшө ҙур Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының үткән йыл йомғаҡтарына арналған докладында күренеүенсә, беҙҙең республика илдең ауыл халҡы өлөшө ҙур булған төбәктәренең береһе булып ҡалыуын дауам итә. Быйылғы йыл башына ҡарата халыҡтың дөйөм өлөшөнөң 2 544,4 меңе (62,6 проценты) – ҡалала, 1 920,9 меңе (37,4 проценты) ауылда йәшәй ине. Рәсәй буйынса был күрһәткес уртаса 25,1 процент тәшкил итә. Билдәле булыуынса, күп балалы ғаиләләр нигеҙҙә ауыл еренә хас. Быйылғы йыл башына республикалағы демографик көсөргәнешлек хеҙмәт йәшендәге һәр мең кешегә ҡарата 775 бала тәшкил итте. Рәсәй буйынса ошо уҡ күрһәткес –755 бала. Ауыл ерендә ул юғарыраҡ – 849 бала, ҡалала – 733. Башҡортостанда йәшәгән халыҡ (2020 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарын да иҫәпкә алып) Йыл Бөтәһе, кеше Шул иҫәптән Дөйөм халыҡ һанындағы өлөшө, % Ҡала халҡы Ауыл халҡы Ҡала халҡының Ауыл халҡының 2022 4 091 621 2 593 327 1 552 294 62, 1 37. 9 2023 4 077 600 2 542 369 1 535 231 62. 3 37, 7 2024 4 064 361 2 544 428 1 519 933 62, 6 37, 4 Рәсәйҙә иң йәше – беҙ! Башҡортостан халҡы Рәсәй буйынса уртаса алғандан йәшерәк: 2023 йыл башына республика халҡының уртаса йәше 39,6 йыл тәшкил итте, Рәсәй буйынса – 40,68 йәш. Бигерәк тә хеҙмәт йәшенә етмәгәндерҙең өлөшө буйынса айырма ярайһы уҡ: Рәсәйҙә әле был йәшкә етмәгәндәр 18,5 процент булһа, Башҡортостанда был ҡатлам 19,9 процентты алып тора. Йәш айырмаһы буйынса бүленеште түбәндәге таблица сағылдыра: Күрһәткес Бөтә халыҡтағы өлөшө, % Һәр мең кеше ҡарата демографик көсөргәнешлек Хеҙмәт йәшенән кесерәк Хеҙмәт йәшендә Хеҙмәт йәшенән олораҡ Бөтәһе Хеҙмәт йәшенән кесерәк Хеҙмәт йәшендә Рәсәй 18,5 57 24,5 755 326 430 Башҡортостан 19,9 56,3 23,8 755 353 422 Ҡалала 20 57,7 22,3 733 347 387 Ауыл ерендә 19,7 54,1 26,2 849 364 485 Шәхси хужалыҡтар кәмей, ҙур ғаиләләр арта 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу күрһәтеүенсә, Башҡортостанда 1,1 миллион шәхси йорт хужалығы иҫәпләнә. Уларҙың уртаса ҙурлығы – 2,3 кеше. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән (2,2 кеше) саҡ ҡына юғарыраҡ. Республика буйынса ла ул бер тигеҙ түгел: ҡала ерендә һәр шәхси йорт хужалығына 2,2 кеше тура килһә, ауылда ул 2,5 кешегә тиң. Башҡортостанда 900 меңгә яҡын бала тәрбиләгән 472 мең шәхси йорт хужалығы бар. Балар һаны буйынса улар шулай бүленә: 50,6 проценты бәлиғ булмаған бер бала тәрбиәләй, 36,9 проценты – ике бала, 12,5 процентында 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан да күберәк бала бар. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙар араһында (2010 йылдан алып 2021 йылға саҡлы) 18 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән йорт хужалыҡтары һаны 80 меңгә, йәғни 14,5 процентҡа аҙайҙы. Рәсәй буйынса дөйөм алғанда улар 14,8 процентҡа кәмене. Был кәмеү нигеҙҙә бер бала тәрбиәләгән йорт хужалыҡтарының аҙайыуы арҡаһында мөмкин булды. Икешәр бала тәрбиләгән ғаиләләрҙең һаны 0,3 процентҡа артты. Шул уҡ ваҡытта, һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу күрһәтеүенсә, күп балалы ғаиләләр һаны байтҡҡа артҡан: . улар хәҙер 27,4 процентҡа, йәғни сирек өлөшкә күбәйгән. Был осраҡта ғаиләләр структураһында уларҙың өлөшө 8,4 проценттан 12,5 процентҡа етте. Волга буйы федераль округында был күрһәткес буйынса Башҡортостан беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Ә тыуым күпме? “Росстат”тың әлегә яҡынса булған мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республикала 35 512 сабый тыуған. Был иһә алдағы йыл менән сағыштырғанда 630 балаға, йәғни 1,7 процентҡа аҙыраҡ. Шулай ҙа тыуымдың кәмеү тиҙлеге биш тапҡырға аҙыраҡ булды – 2022 йылда балалар тыуыуы алдағы йылға ҡарағанда 8,4 процентҡа аҙыраҡ ине. Былтыр тыуған сабыйҙарҙың 12 600-ө ғаиләләге тәүге бала, 11 481-е – икенсе, ә 11 40-ө өсөнсө һәм артабанғы бала булып тора.бер үк ваҡытта ғаиләлә беренсе сабый табыуҙың кәмеү темпы өс тапҡырға аҙайҙы. Быйылғы тәүге өс айҙа республикала 8 238 сабый тыуған, был алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 655 балаға (7,4 процентҡа) кәмерәк. Ғаиләләге тәүге сабый тыуыу һаны, шул осорға ҡарата, 185 балаға, икенсеһен табыу – 357-гә, өсөнсөһө һәм артабанғы балалар һаны 112-гә аҙыраҡ булды. Демографияла “Тыуымдың суммар коэффициенты” тигән төшөнсә бар, ул 15 йәштән алып 49 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙға уртаса тура килгән яңы тыуған сабыйҙар һанын аңлата. Ошо күрһәткес Башҡортостанда былтыр 1,41 берәмек тәшкил итте. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткескә лә тура килә. Тыуымдың кәмей барыуы сәбәптәре нимәлә? Был һорауға белгестәр күп тапҡырҙар яуап бирҙе һәм уларҙың төп йөкмәткеһе үҙгәрешһеҙ ҡала: ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һөнәри карьера һәм иҡтисади үҙаллылыҡтың әһәмиәте артыуы. Был иһә бала табыуҙы кисектереүгә һәм әсә булыу йәшенең олоғайыуына килтерә. Шулай уҡ балалар һанын алдан планлаштырыуға ынтылыу, аңлы атай-әсәй булыу мәҙәниәте таралыуы ла демографияға йоғонто яһай. Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, былтыр республикала 47 545 кеше үлгән, ул 2022 йылға ҡарата 2,5 процентҡа аҙыраҡ. Үлемдең дөйөм коэффициеннты (һәр мең кешегә ҡарата тура килгән үлем осраҡтары), Башҡортостанда – 11,7, Рәсәйҙә – 12, Волга буйы федераль округында 13 берәмек тәшкил итте. Ә быйылғы ғинуар-мартта үлем һаны 12 969 кеше вафат булды, былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда был 4,1 процентҡа күберәк. Шулай итеп, халыҡтың тәбиғи кәмеүе 2023 йылда 12 033 кеше тәшкил итте (һәр 100 кешегә ҡарата өс берәмек). Алдағы йылға ҡарата был күрһәткес 4,5 процентҡа аҙыраҡ. Әйткәндәй, 2022 йылда тәбиғи кәмеү күрһәткесе 3,1 процент булғайны. Быйылғы ғинуар-мартта ул 3,6 процент тәшкил итте. Башҡортостанда үлем һаны Йылдар Бөтәһе, кеше Һәр 1000 кешегә ҡарата 2021 66 110 16,5 2022 48 789 11,9 2023 (яҡынса) 47 545 11,7 2024 йылдың тәүге өс айы, яҡынса) 12 969 12,8 Былтыр республиканан ситкә күсеп китеүселәр 920 кешегә аҙыраҡ булған. Шул иҫәптән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә уҙған йыл 2 451 кешегә аҙыраҡ киткәндәр. БДБ илдәренә күскәндәр һаны былтыр 1 47, ә башҡа дәүләттәр буйынса 484 кешегә аҙыраҡ булды. Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты әҙерләгән хеҙмәткә таянып, шуны ла раҫларға мөмкин: дәүләт, бер яҡтан, үлем һанын кәметеү, икенсе яҡтан, тыуымды арттырыу буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырырға тейеш. Беренсе сиратта ул һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүҙе, медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыуҙы, алкоголь менән тәмәке ҡулланыуҙы сикләүҙе, енәйәтселек кимәлен кәметеүҙе, экологик хәлде яҡшыртыуҙы, йәшәүҙең хәүефһеҙлеген күтәреүҙе, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауҙы һәм башҡа сараларҙы күҙ уңында тота. Бында иң ҡатмарлыһы – тыуымды арттырыу менән ҡыҙыҡһындырыу. Күп ғалимдар раҫлауынса, хәлде үҙгәртеү өсөн халыҡтың аңында күп балалы ғаиләлә йәшәүҙең абруйлы булыуы тураһындағы әхлаҡи нормаларҙы тәрбиәләү генә, йәғни әхлаҡи йүнәлештә эшләү генә беҙҙең күбәйә башлауыбыҙға алып киләсәк. Никахтар ҙа кәмегән, айырылышыу ҙа “Росстат” биргән яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, былтыр Башҡортостанда 23 747 никах һәм 16 828 айырылышыу теркәлгән. Алдағы йыл менән сағыштырғанда никахтар һаны 1 454-кә (5,8 процентҡа), ә айырылышу осраҡтары 508-гә (2,9 процентҡа) аҙайған. Быйылғы тәүге өс ай һөҙөмтәләренә ҡарғанда, 3 555 никах һәм 4 003 айырылышыу теркәлгән. Һәр 1000 нкиахҡа 1 126 айырылышу тура килә. Никахтар һәм айырылышыуҙар буйынса рәсми теркәлгән акттар Йылдар Никахтар һаны Айырылышыуҙар һаны Һәр 1000 никахҡа тура килгән айрылышыуҙар Берәмек Һәр 1000 кешегә ҡарата Берәмек Һәр 1000 кешегә ҡарата 2019 25 060 6,2 15 399 3,8 614 2020 19270 4,8 14573 3,6 756 2021 23 036 5,7 106 074 4,2 688 2022 25 201 6,2 17 336 4,2 709 2023 23 747 5,8 16 828 4,1 709 2024 (тәүге өс ай) 3 555 3,5 4 003 4,0 1 126 Никахтар кәмеүенең сәбәбе лә йәштәрҙең ғаилә ҡороуҙы кисектереп тороуға ынтылышына ҡайтып ҡала. Был, өҫтәрәк яҙылғанса, тыуымды ла кисектерә. Никахтың йәш моделе үҙгәреүенә тормоштағы яңы ҡиммәттәр һәм стратегия йоғонто яһай. Статистар алған һорашыу барышы асыҡлауынса, респонденттарҙың күпселеге никахты, ғаиләне һәм балаларҙы төп ҡиммәттәр тип иҫәпләүен дауам итә, ләкин улар артабанғы йылдарға кисектереп торола. Ғаилә ҡороуҙан һәм бала-сағалы булыуҙан алда хәҙерге йәш быуын һөнәри белем алып ҡалырға, эш урынында тотороҡло хәлгә өлгәшергә, килемде мөмкин тиклем ҙурыраҡ итергә, алдағы тормош өсөн матди нигеҙ булдырырға ынтыла. Тәүге никахҡа инеүҙең уртаса йәше 27,9 25,8 28,6 26,3 28,9 26,8 2015 йыл 2019 йыл 2022 йыл – ирҙәр – ҡатын-ҡыҙ Никах һәм ғаилә тураһында һүҙ сыҡҡанда аборт мәсьәләһе лә үҙенәнән-үҙе тигәндәй барлыҡҡа килә. Абор яһатыу һанының тотороҡло рәүештә кәмей барыуына ҡарамаҫтан, халыҡтың репрордуктив һаулығын һаҡлау дәүләттең иң мөһим бурыстарының береһе булып ҡалыуын дауам итә. Былтыр республикала 10 693 аборт яһатылған, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 2 075 осраҡҡа (16,3 процентҡа) кәмерәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы ун йылда Башҡортостанда аборттар яһатыу ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа аҙайған. Социаль күрһәткестәр тип аталған тип аталған сәбәптәр буйынса аборт яһатырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙар менән абортҡа тиклемге консультациялар үткәреү буласаҡ сабыйҙарҙың 25 тиклемен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бирә, тип әйтелә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының докладында. Аборттар һаны Исеме 2011 2016 2019 2023 Аборттар һаны 25 584 17 403 14 865 10 693 15 –49 йәштәге һәр 1000 ҡатын-ҡыҙға ҡарата 24 18 16 11 Тәүләп ауырға ҡалғандар араһындағы аборт һаны 1 777 996 1 163 1 012 Бөтә аборттарға ҡарата проценттарҙа 6,9 5,7 7,8 9,5 Йәшәү кимәле төп шарт түгел – Бөгөн демографияға балаларҙың һәм йәштәрҙең аңдарына деструктив мәғлүмәт тәьҫире уғата кире йоғонто яһай. Һүҙ Көнбайыш тарафынан маҡсатлы рәүештә ҡулланылған чайлд-фри идеологияһы тураһында бара, уның нигеҙендә балалар табыуҙан баш тартыу идеяһы ята. Социаль селтәрҙәр һәм башҡа каналдар аша бындай эш әүҙем алып барыла. Быға ҡаршы торорға кәрәк, – тигәйне Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламентының демография мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлендә. “Йәшәү кимәленең ниндәй булыуы тыуымға йоғонто яһаған төп фактор түгел, – ти Юғары иҡтисад мәктәбенең Демография институтындағы социаль-демографик сәйәсәт кафедраһы мөдире Владимир Козлов. – Был һығымтаны шул да раҫлай: бер генә дәүләттең дә иҡтисади дәртләндереү ысулдары менән генә тыуымды арттыра алғаны юҡ әле. Ысынлап та, хәҙерге ҡатын-ҡыҙ өсөн бала тыуыуы – үҙ эш хаҡын юғалтыу, бер нисә йылға тотошлайы менән икенсе кешегә финанс бойондороҡлолоғона эләгеү, карьера үҫешенең тотҡарланыуы йәки уны киләсәккә бөтөнләй юғалтыу, һигеҙ сәғәтлек кенә эш көнө урынына бала ҡарау буйынса тәүлек әйләнәһенә барған эш... Был осраҡта ҡатын-ҡыҙҙың бөтә был юғалтыуҙарын ҡаплау өсөн тәғәйенләнәсәк социаль түләү заман талаптарына ярашлы булырға тейеш ”. “Рәсәй Федерацияһының милли именлек концепцияһы"нда билдәләнеүенсә, тәрән социаль көрсөк эҙемтәләре булып илдә тыуымдың һәм уртаса ғүмер оҙонлоғоноң ҡырҡа кәмеүе, йәмғиәттең демографик һәм социаль составы деформацияһы; хеҙмәт ресурстарының ҡаҡшауы, йәмғиәт нигеҙе булған ғаилә ҡиммәттәренең көсһөҙләнеүе, халыҡтың рухи, әхлаҡи һәм ижади потенциалы кәмеүе тора. Әлбиттә, бындай хәлдәргә юл ҡуйырға ярамай: шуға күрә дәүләт власының төрлө даирләрендә демография проблемаларын хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. “Демография” милли проекты яҡын киләсәккә ошо проблема буйынса аныҡ маҡсаттар ҡуя. Бынан тыш, билдәле булыуынса, “Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклемге демографик үҫеш концепцияһы” дауам итә, күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы ла тосораҡ була бара. Күҙаллауҙар нимә вәғәҙә итә? “Росстат” күҙаллауының уртаса вариантына ярашлы (2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен дә нигеҙ итеп алып), 2030 йыл башына Башҡортостанда 3 960,3 мең кеше йәшәйәсәк. Был 2023 йыл башы менән сағыштырғанда 117,3 мең кешегә (2,9 процентҡа) аҙыраҡ. Ә 2036 йыл башына был күрһәткес 3 870 мең булыр тип көтөлә, йәғни 207,6 мең кешегә (5,1 процентҡа) кәмей. Ошо прогнозға ярашлы, тыуым 2027 йылға саҡлы кәмей барасаҡ. Был йылда 31,4 мең бала тыуыр тип күҙаллана, йәғни 2023 йылға ҡарата 11,5 процентҡа аҙыраҡ. Әммә артабан был күҙаллауҙар өмөт тә уята: 2028 йылдан алып тыуым арта башлаясаҡ, бының сәбәбе – 25 – 29 йштәге ҡатынүҡыҙҙар һанының арта барыуы. Шуның һөҙөмтәһендә 2030 йылда – 32,4 мең сабый тыуһа 2036 йылға был күрһәткес 35,6 мең буласаҡ. Халыҡтың хеҙмәт йәшендәге өлөшө 2030 йылға саҡлы артасаҡ һәм республикала бөтә йәшәгәндәрҙең 60,3 процентына етәсәк, тип күҙаллай эксперттар. 2030 йылдың 1 ғинуарына ҡарата һәр 1000 иргә 1 113 ҡатын-ҡыҙ тура килергә тейеш. Уртаса ғүмер оҙайлылығы 2030 йылға – 75,89, ә 2036 йылға 77,86 йәш тәшкил итәсәк. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: – Әсә булырға әҙерләнгән ҡатын-ҡыҙға иғтибар һәм ярҙам кәрәк – бала табыу шарттарын тейешле кимәлдә тотоуҙан алып декрет отпускыһын тыныс үткәреүгә, балалар баҡсаларын уңайлы итеүгә һәм, әлбиттә, балалы ғаиләләргә ярҙам – тәғәйен ғаиләнең статусын иҫәпкә алып, төрлө ташламалар булдырыуға тиклем. Быларҙың барыһын да бергә алып барыу ғына демографияны яҡшыртыуға килтерә ала. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгәнсә, демографик сәйәсәттең стратегик бурысы – халыҡтың тәбиғи артымын тәьмин итеү һәм уртаса ғүмер оҙайлылығын күтәреү. Беҙ республикала тыуымдың кәмемәүенә ярҙам итәсәк саралар эшләнек, был тәңгәлдәге проблемалы урындарҙы асыҡланыҡ һәм артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде. ФЕКЕР Яна Скрябина, иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр демографик процестарҙы һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен анализлау бүлеге етәксеһе: – Әлеге мәлдәрҙә үткән быуаттың 90-сы йылдарында тыуған аҙ һанлы быуын әүҙем репродуктив йәштә иҫәпләнә. Үҙгәрештәр осороноң социаль-иҡтисади шарттары тыуым күрһәткестәренә ныҡ йоғонто яһаны, йәғни, халыҡ тормош кимәленең түбәнәйеүенә үҙенсә яуап бирҙе. Күп йәш ғаиләләр бала табыуҙы кисектереп торҙо. Хәҙерге йәштәр һәр нәмәгә талапсан, улар үҙҙәренә яраҡлы тормош моделен эҙләй. Әммә ғаиләнән ситтә булған ҡиммәттәргә йышыраҡ өҫтөнлөк бирелә. Шул арҡала әсәй булыуҙың уртаса йәше “ҡартая”, был иһә түлһеҙлектең дә арта барыуына килтерә. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.