Глютенһыҙ продукттар етештереү менән шөғөлләнгән Башҡортостан Республикаһының "Саттвик" компанияһы "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство") буйынса төбәк лизинг компанияһынан финанслау алды. "Саттвик" компанияһы 2014 йылдан эшләй. Уның төп эшмәкәрлеге - шәкәр, шоколад һәм шәкәрле кондитер изделиелары менән күмәртәләп сауҙа итеү. Хәҙер инде предприятие Рәсәйҙә етештерелгән яңы ротация мейесен һатып аласаҡ, ул етештерелгән продукцияны айына 10 тоннанан 20 тоннаға тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ысынлап та, лизинг механизмдары бизнес өсөн үҙ һөҙөмтәлелеген раҫланы. Льготалы лизинг предприятиеларҙың төп средстволарын яңыртырға, отошло шарттарҙа өҫтәмә берәмек ҡорамалдар һәм техника һатып алырға мөмкинлек бирә, – тине төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Асыҡланыуынса, "Саттвик" һәр һатып алыусыға юғары сифатлы продукция етештереү маҡсатын ҡуйған алдынғы ғаилә тарафынан ойошторола. Хәҙер компания үҙенең клиенттарына "Tev Food" бренды аҫтында глютенһыҙ изделиеларҙың киң ассортиментын тәҡдим итә. Был – печенье, икмәк, икмәк таяҡсалары һәм башҡалар. Милли проекттың маҡсаты: Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү, бизнесты уның үҫешенең бөтә этаптарында ла, старт идеяһынан алып киңәйтеүгә һәм экспортҡа сығыуға тиклем яҡлау. Был милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.