Алмаз Самат улы Йәнекәев Раевкалағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә етәкселек итә. Ул – үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Рәсәйҙең спорт мастеры, милли көрәш буйынса тренер, ирекле көрәш буйынса ла күнекмәләр алып бара. Тәрбиәләнеүселәренә бар оҫталығын, белемен өләшергә, уларҙа сәләмәт тормош рәүешенә һөйөү уятырға ынтыла ул. Балалар ҙа остаздарына шундай уҡ ихласлыҡ, тырышлыҡ менән яуап бирә. Республика етәкселеге спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, шуға ла Әлшәйҙә лә был даирәлә уңыштар күп. Ә улар нигеҙендә Алмаз Йәнекәев ише тренерҙарҙың тырыш хеҙмәте ята. “Балалар араһында ныҡ һәләтлеләре бар,– тип шатлығы менән уртаҡлаша тәжрибәле тренер. – Уларҙан шәп көрәшселәр сығасаҡ, әле үк уңыштары менән һөйөндөрөп торалар, шөкөр”. Алмаз Йәнекәев элек-электән көрәшселәре менән дан алған Ибрай ауылында тыуып-үҫкән. Бәләкәйҙән көрәш менән шөғөлләнә, киләсәктә һөнәре лә спорт менән бәйле булырына шик ҡалмай. Тәүҙә – Стәрлетамаҡ физкультура техникумын, унан физкультура институтын тамамлай. Спортты ғ