Найти тему

Бәләкәй Соҡаяҙ ауылына газ килә

Башҡортостан Республикаһының Бөрө районында ауылдарға газ үткәреү дауам итә. “Экология” милли проектының “Таҙа һауа” федераль проекты менән бер төркөм саралар ҡаралған, улар араһында шәхси йорттарға социаль газ үткәреү ҙә бар. Бәләкәй Соҡаяҙ ауылында 491 кеше йәшәй. Тораҡ пунктында йәш ғаиләләр күп, халыҡ йылдан-йыл арта. – Газ үткәреү ауыл тормошон бөтөнләй яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк, кешеләрҙең йәшәү кимәлен сифатлыраҡ итәсәк, - тип аңлатты Суслов ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наталья Аҫылгәрәева. Программа ярҙамында Суслов ауыл советында Суслов һәм Шестыков ауылдарына газ үткәрелгән дә инде. Быйыл Бөрө йылғаһы аша Лежебоков ауылы яғынан һәм Бәләкәй Соҡаяҙға магистраль үткәрҙеләр. Әлеге мәлдә Благовещен газсылары бригадаһы урамдарға селтәр һала, ә Бөрө белгестәре ауыл халҡы йорттарында эске эштәр алып бара. – Ауылда, әлбиттә, бөтә урамдар ҙа ябылған, өҫтәүенә бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙарҙан бысраҡ. Биш берәмек техника эшләй. Полипропилен торбаларҙың бер өлөшө ергә һалынған, ҡалғандары юл буйҙарында ята. Артабан төҙөкләндереү мәсьәләһе, бер һүҙһеҙ, һауала аҫылынмаясаҡ. Барыһы ла эшләнәсәк, – тип өҫтәне Суслов ауыл советы башлығы Наталья Аҫылгәрәева. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Бөрө районы хакимиәте.