Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баймаҡ районында өс кеше һәләк булған

8 августа кисен Баймаҡ районы Бекеш – 2-се Этҡол автомобиль юлының 10-сы саҡрымындағы авария фажиғәле тамамланған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Chevrolet Cruze” руле артындағы 39 йәшлек водитель боролошта идараны юғалтып, юлдан ситкә сығып түңкәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель һәм уның ике пассажиры, 41 һәм 34 йәшлек ир-егеттәр, ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Шулай уҡ автомобиль салонында 12 йәшлек малай була, уны дауаханаға оҙаталар. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Шулай уҡ авария урынына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы етәкселеге, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тәфтиш идаралығының юл-транспорт ваҡиғаларын тикшереү буйынса махсуслаштырылған бүлеге хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Эксперт-криминалистик үҙәгенең эксперт-автотехник-эксперты барған. Ваҡиға шарттары асыҡлана. Бер аварияла бер юлы өс ир-егеттең ғүмере өҙөлгән. Ҡот осҡос хәл бит! Хөрмәтле водителдәр, уйланығыҙ, ғүмер бер генә бирелә һәм ул һеҙҙең юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙгә лә бәйле. Фото: скриншот.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц