Федоровка районы Федоровка ауылының “Хәтер” паркында йәштәр байрамы үтте, ул “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. Байрам сиктәрендә бер нисә әүҙем зона ойошторолдо. Уларҙың береһендә райондың ауылдары йәштәре араһында футбол уйыны уҙҙы. Иң яҡшы тактиканы һәм берҙәмлекте күрһәткән Сәйет ауылы командаһы еңеүсе булды. Икенсе урынды – Бала Сытырман ауылы спортсылары, өсөнсөнө майҙан хужалары – Федоровка ауылы командаһы яуланы. Улар үҙ көйәрмәндәрен битараф ҡалдырманы. Икенсе зонала Стәрлетамаҡ ҡалаһының “ГОРИЗОНТ” спорт клубынан саҡырылған ҡунаҡтар “Steet Workout”та үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Сарала ҡатнашыусылар барыһын да турник һәм брустарҙа, швед стенаһында, ҡул йөрөтөүселәрҙә һәм башҡа тренажерҙарҙа үткәрелгән ҡатмарлы күнекмәләр менән хайран ҡалдырҙы, үҙ ауырлығы менән эшләүгә, көс һәм сыҙамлыҡты арттырыуға баҫым яһаны. Өсөнсө майҙансыҡта “Беренселәр хәрәкәте” белгесе ойошторған мауыҡтырғыс квест-уйын үтте. Һәр уҡыусы, төрлө темаларға һорауҙарға яуап биреп, станци