Башҡортостан Республикаһы бюджетынан медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу дауам итә. Сибай дауаханаһына Voluson E6 УЗИ аппараты алып килделәр. Был сканер эксперт класына ҡарай, 3D-, 4D функцияларын үтәй. Ҡорамал йөклөлөктөң теләһә ниндәй ваҡытында, яралғының скрининг УЗИ-һында һәм эксперт кимәлендә ҡатын-ҡыҙ һаулығын тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Өс үлсәмле визуализация диагностиканың максималь аныҡлығын тәьмин итә. "Яңы аппаратты беҙ башлыса йөклөләрҙе тикшереү өсөн ҡулланабыҙ. Voluson E6 ультратауыш сканеры визуализация сифаты һәм һүрәт аныҡлығы буйынса иң яҡшыларҙың береһе тип һанала. Ул теләһә ниндәй, хатта иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла диагностика үткәрергә мөмкинлек бирә", – ти ультратауыш диагностикаһы табибы Флюс Сираев. Буласаҡ әсәйҙәр йөклөлөк ваҡытында планлы рәүештә ультратауыш тикшереүен үтә. Перенаталь скрининг йөклөләрҙең комплекслы диагностикаһы булып тора, ул баланың аналыҡ эсендәге патологияларын булдырмауға (асыҡлауға) йүнәлтелгән. Пландан тыш, әгәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында сабыйҙың үҫешен һәм йөклөлөк барышын контролдә тоторға кәрәк булһа, өҫтәмә тикшереүҙәр ҙә үткәрелә. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау“ милли проектына (национальный проект “Здравоохранение“) башҡарылды. Фото: Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы