Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында уҙған видеоконференцияла алдағы уҡыу йылында балаларҙың юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү буйынса эште ойоштороу тикшерелде. Бындай сараның төп маҡсаты – балаларҙы юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре нигеҙҙәренә өйрәтеү эшенең планын тормошҡа ашырыуҙа педагогик коллективҡа методик ярҙам күрһәтеү. Вебинарҙа ҡатнашыусыларға практик дәрестәр өсөн стендтар һәм махсуслаштырылған майҙансыҡтарҙы биҙәү, Юл хәүефһеҙлеге паспортын алып барыу, “Йорт-мәктәп-йорт” хәүефһеҙ маршруты схемаларын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен уҡытыу буйынса уҡытыу-тәрбиә процесы өсөн башҡа кәрәкле документтарҙы төҙөү тәртибе аңлатылды. Юл травматизмын иҫкәртеү буйынса республика ресурс үҙәге методисы Диана Николаева уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн буласаҡ саралар хаҡында һөйләне. Шулай уҡ мәғариф ойошмаларында хәрәкәттең йәш инспекторҙары отрядтарының эшен ойоштороу, уларҙы мәктәп уҡыусылары араһында популярлаштырыу, шулай уҡ төрлө тематик конкурстарҙа ҡатнашыу мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды. Фото: https://t.me/V_Sevastyanov/5190
Уҡыу йылында балаларҙың юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү буйынса эште ойоштороу мөһим мәсьәлә