Ҡомалаҡтың иң файҙалы өлөшө - сәскәһе. Боронғо заманда уҡ әле тибет медицинаһында уның сәскәһен яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланғандар. Шулай уҡ ҡомалаҡ тубырсыҡтары халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Уны элек-электән нервылар системаһы ҡаҡшағанда, невроздан,йоҡоһоҙлоҡтан, гастрит, цистит, уретрит, бөйөр лаҡаны ауырыуҙарынан, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыу сараһы булараҡ файҙаланғандар. Уны баш ауырыуҙарынан, баш әйләнгәндә, үпкә туберкулезынан, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, киҙеүҙән дә ҡулланырға була. Йоҡоһоҙлоҡ менән йонсоғанда ҡомалаҡтан мендәр эшләйҙәр. Был шулай уҡ баш ауыртыуын баҫа. Ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе. 2 ҡалаҡ ҡомалаҡ тубырсығын 0,5 л. ҡайнар һыуға һалырға, һыу быуында 15 минут тоторға, унан һуң 30 - 40 минут төнәтергә. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ярты стакан эсергә.Астения, климакс, цистит. 2 балғалаҡ үләнгә (яңы тубырсыҡтар булһа, тағы ла яҡшыраҡ) бер стакан һыу ҡойоп, 30 -40 минут йылы урынға төнәтергә ҡуйырға. Көнөнә 3 тапҡыр, ашарҙан ярты сәғәт алда, 1/3 стакан эсергә. Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Фото:botanichka.ru