Данияға 21 йәш, ул баш ҡала юғары уҡыу йорттарының береһендә белем ала. Уның тарихын тыңлайыҡ: “Тәүге ҡарамаҡҡа минең хәлдәр яҡшы кеүек. Яҡшы уҡыйым, яратҡан кешем бар. Ул да мине бик ярата, хөрмәт итә, артабан тормош юлы буйлап бергә атларға йыйынабыҙ. Тик ярты йылдан ашыу инде төшөнкөлөккә бирелеп йәшәйем, ниндәйҙер үтмәҫ депрессия яфалай. Тәүҙә быға эшем сәбәпселер тип уйлағайным: уҡыу араһында эшләп тә йөрөйөм, ул мәғлүмәт өлкәһенә бәйле, тынғыһыҙ хеҙмәт. Унан тыш, хеҙмәтемә бәйле тормоштоң икенсе, ҡараңғы яҡтарын да күрергә, “алһыу күҙлек”те сисергә тура килде. Ошо кире хис-тойғолар миңә насар тәьҫир итә, эшемде алмаштырһам, донъям да яҡтырып китер һымаҡ тойолғайны. Унан фото төшөрөргә тотондом, дуҫымдан арзан ғына хаҡҡа тәүге профессиональ фотоаппарат һатып алдым. Был шөғөл миңә нығыраҡ оҡшай, уға бәйле эш тә яйға һалынды һымаҡ. Ә күңел тыныслығы һаман юҡ. Уйлана торғас, был хәлдең төбөнә төшкәндәй булдым: ахыры, миңә тулыһынса бәхетле булырға яҡындарымдың һәр саҡ ҡәнәғә