Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Бөгөн – Аҫаба халыҡтар көнө

Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар көнө – 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән әһәмиәтле дата. Маҡсаты – ер йөҙөндә юғалып барған ҡайһы бер этник төркөмдәрҙе һаҡлап ҡалыу, уларҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, рухи мираҫтарын һәм телен үҫтереү. Аҫаба халыҡ тип ата-бабаларының тарихи ерендә ғүмер итеүсе милләттәр иҫәпләнә. Рәсәйҙә 100-ҙән ашыу милләт ошо категорияға ҡарай. Башҡорттар – аҫаба халыҡ, төрки телле милләт, Башҡортостан Республикаһының һәм шул уҡ исемдәге тарихи-география өлкәнең төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттар үҙҙәренең тарихи йәшәйеш төбәктәре булған Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, шулай уҡ Татарстан Республикаһында һәм Пермь крайында күпләп көн итә. Бынан тыш башҡорттар Рәсәй Федерацияһының бөтә биләмәләрендә лә, Яҡын һәм Алыҫ сит илдәрҙә лә бар. Донъяла һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе – үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Әсә телендә кеше донъя матурлығын аңлай башлай. Уның шул телдә

Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар көнө – 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән әһәмиәтле дата. Маҡсаты – ер йөҙөндә юғалып барған ҡайһы бер этник төркөмдәрҙе һаҡлап ҡалыу, уларҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, рухи мираҫтарын һәм телен үҫтереү.

Аҫаба халыҡ тип ата-бабаларының тарихи ерендә ғүмер итеүсе милләттәр иҫәпләнә. Рәсәйҙә 100-ҙән ашыу милләт ошо категорияға ҡарай.

Башҡорттар – аҫаба халыҡ, төрки телле милләт, Башҡортостан Республикаһының һәм шул уҡ исемдәге тарихи-география өлкәнең төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттар үҙҙәренең тарихи йәшәйеш төбәктәре булған Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, шулай уҡ Татарстан Республикаһында һәм Пермь крайында күпләп көн итә. Бынан тыш башҡорттар Рәсәй Федерацияһының бөтә биләмәләрендә лә, Яҡын һәм Алыҫ сит илдәрҙә лә бар.

Донъяла һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе – үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Әсә телендә кеше донъя матурлығын аңлай башлай. Уның шул телдә фекерләү культураһы, зауығы формалаша.