Ҡыярҙа кешегә кәрәкле бөтә витаминдар бар: В1, В2, В3, В5, В6, С, фолий кислотаһы, тимер, кальций, фосфор, магний, калий, цинк. Көндөң икенсе яртыһында арығанһығыҙмы? Кофеин менән эсемлектәр ярҙам итмәй. Көстәрҙе тергеҙеү өсөн В төркөмө витаминдары һәм углеводтар булған продукт кәрәк. Бөтә В төркөмө витаминдары ҡыярҙа бар, шулай уҡ углеводтар ҙа бар. Бер ҡыярҙы ашау хәлде ҡайтара. Ванна бүлмәһендәге көҙгөгөҙ душтан һуң боҫланмаһын өсөн түңәрәкләп киҫелгән ҡыяр менән һөртөгөҙ. Әгәр баҡсаға йыш ҡына зарарлы бөжәктәр килә икән, киҫелгән ҡыярҙы алюминий һауытҡа һалығыҙ. Ҡыярҙың алюминий менән ҡушылыуы химик реакция тыуҙыра, һөҙөмтәлә кеше һиҙмәгән, әммә бөжәктәр өсөн түҙә алмаҫлыҡ еҫ барлыҡҡа килә. Йөҙөгөҙҙә ваҡ-төйәк йыйырсыҡтар барлыҡҡа килгәнме? 1-2 киҫәк ҡыяр алып, тирегеҙгә һөртөгөҙ. Бер ни тиклем ваҡытҡа йыйырсыҡтар шымалана, тире һығылмалыраҡ була. Йоҡлар алдынан ашауҙың насар ғәҙәтенән ҡотолорға теләйһегеҙме? Ҡыяр һеҙгә был йәһәттән яҡшы хеҙмәт күрһәтәсәк. Ҡул аҫтында аяҡ кейеме өсөн крем юҡ икән, ҡыяр ярҙамға киләсәк. Ул шунда уҡ ялтырар. Шулай уҡ ҡыярҙа һыуға сыҙамлы матдәләр бар. Имтихан алдынан борсолаһығыҙмы? Ҡыярҙы түңәрәкләп ҡырҡығыҙ, уға ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм пар менән тын алығыҙ шунда уҡ тынысланырһығыҙ. Ауыҙҙан насар еҫ сыҡҡанмы? 30 секунд ҡыяр сәйнәгеҙ. Еҫ юҡҡа сығасаҡ. Автор фотоһы.