Башҡортостанда спорт өлкәһендә 8 меңдән ашыу тренер, инструктор һәм белгес эшләй. Физкультурниктар көнө алдынан «Өфө-Арена» ла республиканың иң яҡшы тармаҡ вәкилдәренә дәүләт һәм ведомство наградаларын һәм исемдәрен тапшырыу тантанаһы үтте. Спорт ветерандарын, тренерҙарҙы, спортсыларҙы Һәм бөтә спорт һөйөүселәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡотланы. Ул төбәктең физик культура менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктураны планлы рәүештә арттырыуын билдәләне. - Быйыл беҙ спортҡа 9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлдек һәм йыл һайын был сумманы арттырасаҡбыҙ. Йыл һайын республикала бер нисә йөҙ объект сафҡа индерәбеҙ, быйыл йәнә бында Көрәш һарайы, Фехтование һарайы, Ишкәкле слалом үҙәге өҫтәлде. Бокс прогрессы үҙәген12 мең квадрат метрҙа төҙөй башлайбыҙ. Беҙ һеҙҙең менән, дуҫтар, һәр бер кешегә спорт менән шөғөлләнеү һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу мөмкинлеге булһын өсөн бөтә шарттар булдырасаҡбыҙ, – тине тантанала ҡатнашыусыларға Премьер-министр. Андрей Назаров спорт өлкәһенең иң яҡшы вәкилдәренә дәүләт һәм хөкүмәт наградаларын тапшырҙы. Хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеменә Полина Лучникова, терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләрҙең спорты буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә Анастасия Акатьева, Виктор һәм Михея Сидоровтарға, каратэ буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә Аида Бикмәтова Һәм Анна Кудрявцева лайыҡ булды. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан
Физкультурниктар көнөн 8 меңдән ашыу спорт хеҙмәткәрҙәре билдәләй
8 августа 20248 авг 2024
2
1 мин