Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ямғыр ташҡынына бәйле көнүҙәк мәғлүмәттәр

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, бөгөн кискә ике хәл күҙәтеү аҫтында: 18:00 сәғәткә ҡарата Өфө ҡалаһында автомобиль юлын һыу баҫыу, шулай уҡ Бөрйән районында ишелмәгә бәйле ике хәл контролдә тотола. Һыу баҫҡан йорттар һәм йорт яны биләмәләре юҡ. Тәүлек эсендә һыу кимәленең максималь күтәрелеүе билдәләнә: Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылында Ағиҙел йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +26 см, ағымдағы кимәле 237 см, йылға ярҙарынан 447 сантиметрға етһә сыға. Мәләүез районының Мәләүез ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +18 см, ағымдағы кимәле 253 см, йылға ярҙарынан 879 сантиметрҙа туғайға сыға. Бөрйән районының Ҡотан ауылында Ағиҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +17 см, ағымдағы кимәле 116 см, йылғаның туғайға сығыу кимәле 271 сантиметр. Шул уҡ ваҡытта Благовещен районының Ахлыстин ауылында Ҡариҙел йылғаһында һыу кимәле 59 сантиметрға, Иглин районының Иҫке Ҡарашиҙе ауылында Ҡариҙел йылғаһында 45 сантиметрға, Благовещен районының Уҡман ауылында Ҡариҙел йылғаһында 45 сантиметрға, Нуриман районының Красный Ключ ауылында Ҡариҙел йылғаһында 27 сантиметрға, Нуриман районының Яман-Порт ауылында Ҡариҙел йылғаһында 26 сантиметрға кәмеүе дауам итә. “Республика һыуһаҡлағыстарында мониторинглау дауам итә. Хәлде контролдә тотабыҙ”, - ти ҡотҡарыусылар. Фото: “Башинформ”