«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ҡунаҡтары һыбайлыларҙың утлы ҡулса аша һикереүен күрәсәк. Джигитовканың күрһәтмә сығыштарын Башҡортостан һәм Бакланов исемендәге ат клубы спортсылары әҙерләгән. Улар Волгоград өлкәһенән киләсәк. Һүҙ - күп тапҡыр Рәсәй чемпиондары тураһында бара, ҡайһы берҙәре донъя кимәлендә сығыш яһаған. Бакланов исемендәге ат клубы илдә джигитовка буйынса алдынғы мәктәп. Уның тәрбиәләнеүселәре президент полкының кавалерия эскорты составында хеҙмәт итә. Күптәре Рәсәй каскадерҙар гильдияһына инә. Улар ҡатнашлығында «Мата Хари», «Тихий Дон», «Хождение по мукам», «Легенда о Коловрает », «Анна Каренина», «Һуңғы Батыр: Яуызлыҡ Тамыры», «Аманат»кеүек фильмдар төшөрөлгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт аты» фестивале 15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк. Фото: "Башинформ"
"Башҡорт аты" фестивалендә һыбайлылар ут ҡулсаһы аша һикерәсәк
8 августа 20248 авг 2024
2
~1 мин