Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ленин паркын танымаҫһығыҙ әле!

IV Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү буйынса 2025 йылда төҙөкләндереү буйына объекттарҙы һайлау буйынса Башҡортостан баш ҡалаһы еңеүселәрҙең береһе тип танылды – уның өсөн 44510 кеше тауыш бирҙе. Паркты яңыртыу буйынса эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын (федеральный проект «Формирование комфортной городской среды») тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Йәйен дә, ҡышын да Өфө үҙәгендә урынлашҡан Ленин паркынан халыҡ өҙөлмәй. Был урынды бигерәк тә студенттар ярата: йыш ҡына төрлө саралар уҙғаралар, мөһим байрамдар билдәләнә. Тиҙҙән бында тағы йәмлерәк һәм күркәмерәк була. Бында юлдарҙы яңыртасаҡтар, өҫтөмә яҡтырыу менән тьмин ителәсәк, өҫтәмә рәүештә ағас-ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ. Паркта тағы төрлө майҙансыҡтар хасил булыр тип көтөлә, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте. Сығанаҡ, фото: Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.