Комик Артем Моратов, театр һәм кино актеры Владимир Горцунов, популяр блогер Кристи Крайм “VK Урындар” проекты менән берлектә Башҡортостандың туристик маршруттарын өйрәнеүгә юлланды. “Бәйләнештә” селтәре ҡулланыусылары яңы фильм аша төбәктең ғәжәйеп тәбиғи һәм мәҙәни урындары тураһында белә аласаҡ. "Башҡортостан Республикаһы бер нисә йыл инде туристарҙы мөһим тәбиғәт маршруттары һәм мәҙәни объекттары менән йәлеп итә. Төбәктең визит карточкаһы – атлы туризм: Башҡортостанды ошо йүнәлештең баш ҡалаһы тип атарға була. Vk Урындар проектының яңы экспедицияһында төшөрөү төркөмө Башҡортостан туризмының төрлө яҡтарын өйрәнәсәк: тау һәм мәмерйә экскурсияларынан алып аутентик оҫталыҡ дәрестәренә тиклем. Һеҙҙең төбәктең сәйәхәтселәрҙе хайран ҡалдырыуын күптән беләбеҙ», — тине VK-ның стратегик партнерлыҡ буйынса директоры Дмитрий Уваров. Экспедиция Ишембай районында дауам итте. Команда Торатау шиханына күтәрелде, ә һуңынан уның итәгендәге солоҡ умарталығында булды. Унда апийорттар, башҡорт бал ҡорт