Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Фотоһәүәҫкәрҙәрҙе саҡыралар

Өфө фән һәм технологиялар университетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығына арнап иғлан ителгән "Ҡурай сәскә атҡан тыуған яғым" ("Мой родной край, где цветёт курай") конкурсына 15 сентябргә тиклем эштәр ебәрергә мөмкин, тип хәбәр итә. Конкурста мәктәп уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ 14 йәштән олораҡ фотосәнғәт һөйөүселәр ҡатнаша ала. Ул "Тыуған яғымдың йөҙҙәре", "Тыуған яғымдың архитектураһы", "Тыуған яғымдың тәбиғәте", "Ҡала һыҙаттары" номинацияларында уҙғарыла. Ғаризалар электрон почта аша 2024 йылдың 15 сентябренә ҡабул ителә: press@uust.ru, "Ҡурай сәскә атҡан тыуған яғым" ("Мой родной край, где цветёт курай") конкурсына тип билдәләргә. Еңеүселәрҙе аҡсалата бүләктәр көтә: 10000, 5000 һәм 3000 һум. Конкурс ошо уҡыу йортонда белем алған, ғүмеренең һуңғы йылдарында Башҡортостанда туризмды үҫтереү менән шөғөлләнгән, мәҙәни һәм мәғрифәти проекттарҙы тормошҡа ашырған Илдар Бикҡужин исеме менән аталған. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Өфө фән һәм технологиялар университетының сайтында бирелгән. Сығанаҡ һәм фото: Өфө фән һәм технологиялар университетының сайты.