Үҙе рус милләтенән булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теле буйынса төрө бәйгеләрҙә еңеү яулаусы Александра Чирухина менән күптән танышырға хыяллана инем. Бына ул көн етте һәм беҙ уның менән телефон аша булһа ла һөйләшеп алдыҡ. “Тап-таҙа итеп башҡортса һөйләшә ул”, - тиһәләр ҙә Александра тураһында уның уҡытыусылары һәм ата-әсәһе, үҙе менән аралашмайынса бының ысынбарлыҡҡа тура килеүенә һаман ышанып етә алмай инем әле. Телефондың теге яғынан: - Һаумыһығыҙ! Рәхмәт, хәлдәрем яҡшы, әле каникулда ял итәм, атай-әсәйемә йорт эштәрендә ярҙам итәм, - тигән яғымлы тауышлы ҡыҙҙың саф башҡортса һөйләшкәнен ишеткәс, ниһайәт, ышандым. Александра Бишауыл-Уңғар мәктәбенең 10-сы класын тамамлаған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала район буйынса еңеү яулап, республика кимәлендә лә көсөн һанап ҡараған. “Башҡорт телен өйрәнеүе ҡыйын булдымы? Киләсәктә кем булырға хыялланаһың?” – тигән һорауҙарҙы бирҙем башҡорт телен һыу кеүек эскән ҡыҙға. Уның: - Тәүҙәрәк телде өйрәнеүе бер аҙ ҡыйыныраҡ бу