Найти тему
Башҡортостан гәзите

Паркта селфи төш тә, конкурста ҡатнаш!

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 13 июлдән 13 авгусҡа тиклем “Паркта селфи” тип аталған конкурс үткәрә. Уның маҡсаты – республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларындағы матур урындарҙы киңерәк танытыу, парктарға, йәмәғәт биләмәләренә иғтибар йүнәлтеү һәм ҡала мөхитенең сифат индексы буйынса күрһәткестәрҙе арттырыу. Конкурста ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙәрҙәге битләүҙәрегеҙҙә Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан парк, сквер, яратҡан йәмәғәт биләмәләрендә ял иткән мәлдә төшкән фотоларығыҙҙы урынлаштырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта һүрәтләнгән урындың геолокацияһын күрһәтергә һәм #комфортныйБашкортостан хештегын ҡуйырға кәрәк. Иң күп лайк йыйған 10 фото финалда ҡатнаша. Бүләк булараҡ еңеүсенең фотоһы һеҙҙең ҡалала йәки районда реклама таҡтаһына ҡуйыласаҡ. Нәсих Хәлисов фотоһы.